Эш эҙләп китеүселәр төркөмө, бәләкәй арбаларын юлға төшөрөп, арттарына ҡарай-ҡарай күҙҙән юғалдылар.
Минең менән рәттән тороп ҡарап торған Сибғәт бабай бик ауыр һуланы ла: — Шулай!.. — тине.
— Шулай!..
Шахта емерелеү арҡаһында күптән эшләп килгән эшселәрҙең бай тағы эшһеҙ ҡалғанда, стажлы эшселәр ҡул аҫтында эшләгән минең кеүек йәш кешенең эшһеҙ ҡалыуы бик мәғлүм һәм тәбиғи ине. Миңә лә бер нисә көн эшһеҙ ҡалырға тура килде. Ләкин эшһеҙ ҡалыу миңә ауыр булып һиҙелмәне, сөнки мин яңғыҙ. Минең аҡса табыуымды, аҙыҡ алып ҡайтыуымды көтөп торған, ике-өс көн эшһеҙ тороу менән генә ас ҡаласаҡ ғаиләм юҡ.
Ғаиләле кешеләр өсөн эшһеҙлектең ауырлығы бик тиҙ һиҙелә. Ата- әсәләренең ем килтергәнен көтөп, ауыҙҙарын асып торған сыйырсыҡ балаларына оҡшаған балалары, байҙың шахтаһы емерелеү менән дә, эшһеҙлек мәсьәләһе менән дә иҫәпләшеп тормайҙар. Уларға, бөгөн табып, бөгөн ашатырға кәрәк...
Өс-дүрт көн эшһеҙ йөрөгәндән һуң, миңә лә эш табылды. Мин вашгердта алтын ҡомо йыуыусыларға һыу тартып тороу эшенә ялландым.
Мин, өй түбәһенән һыу ағыр өсөн ҡуйылған, тимер торба йыуан лығы оҙон тимер торбанан һыу тартып сығарып торам. Шул һыуҙа ике-өс кеше кәрәк менән алтын ҡомо йыуалар, һыу тартып тороу, ҡомдо йыуыуға ҡарағанда ауырыраҡ булғанға күрә, был эштә күберәк ирҙәр була. Ҡатын-ҡыҙҙар йыуалар.
Быуа буйлап теҙелеп киткән шундай вашгердтар бер нисә тиҫтә ләргә тулалар. Был эш үҙе яҡшы уҡ ауыр булһа ла, берҙән, ер өҫтөндә булғанға, икенсенән, күп кешеләр, шулар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа эшләгәнгә күрә, еңел кеүек күренә. Бында эш ҡайнай, шуға күрә күңелле...
Эш бик ҡаты ҡарауыл аҫтында бара. Нарядчиктар вашгерд иләге нән йыуылған ҡомдарҙан күҙҙәрен алмай, эшселәрҙең хәрәкәттәрен күҙәтеп кенә торалар. Күрәһең, улар ҡома араһынан самородок килеп сығыр ҙа, эшселәр алырҙар, вашгердҡа алтын бөртөктәрен йыйыр өсөн терегөмөш тирәһенә йыйылған алтындарҙы эләктерерҙәр, тип ҡурҡа торғандарҙыр...
Уларҙа эшселәргә ышанмаусанлыҡ бик көслө. Шуның өҫтөнә йөҙ ҙәре һытыҡ, үҙҙәрен бик юғары тоталар. Шулай ҙа бында ҡатын-ҡыҙ ҙар күңелле. Улар үҙҙәренең күп эшләп арыуҙарына ҡарамаҫтан, эш араларында йырлау, бер-береһе, хатта ирҙәр менән уйнауҙан ялыҡ- майҙар.
Эштәрҙең барышын ҡарау, айырым хәл йыйырға туҡтаған ваҡыт тарҙан башҡа ваҡыттарҙа, эшселәрҙе бер минут та тик тотмайынса 135