ҡайһы бер эшселәр билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем эшһеҙ ҡалдылар; ҡайһы берҙәре икенсе бер эшкә күсерелделәр; ҡайһы бер «телдәре бик оҙон» кешеләргә, бындай «кескенә мәсьәлә»не ҙурайтып йөрөүселәргә бөтөнләй эш бирелмәгәнгә күрә, улар был приискыға ҡул һелтәп, икенсе ерҙәргә сығып киттеләр...
Был приискыны ташлап китеүселәр араһында, арҡаһында керле тоҡтарынан башҡа бер йөктәре лә булмаған буйҙаҡтар булған кеүек, бер нисә балалы, үҙҙәренә күрә эшселәрҙә була торған ваҡ-төйәк нәмәләре булған ғаиләле кешеләр ҙә бар ине. Был һуңғыларының ҡайһы берәүҙәре хәлдәре еткән ергә тиклем ат яллап китһәләр ҙә, ҡайһы берәүҙәре нәмәләрен кескенә ҡул арбаларына тейәп, бәләкәй балаларын шунда ултыртып, ҙурыраҡ булғандарын етәкләп, мең төрлө михнәт менән бынан китергә әҙерләнәләр ине. Шулай китеүсе эшсе ләрҙең йөҙҙәре асыулы, балаларының күҙҙәре йәшле, бисәләренең биттәре моңһоу булып, уларҙы ҡарап тороу күңелгә һуң дәрәжәлә ауыр тәьҫир бирә ине.
Был приискыла ҡалыусылар, китеүсе иптәштәренә ҡарап: — һеҙ барған ерҙә эштәр шәп булһа, хат ебәрегеҙ, беҙ ҙә барыр быҙ... — тигән теләктәрен белдерәләр. Китеүселәр: — Ярай, бик ярай. Тик бит әле, беҙҙең ҡайҙа барыуыбыҙ, уңда бар ғас эш булыу-булмау билдәһеҙ... — тип, үҙҙәренең киләсәктәре тура һында бер нимә лә белмәүҙәрен әйтәләр ине.
Китеүселәр бер төркөм булып, приискынан яланға ҡарай күтәрел гән юл менән аҡрынлап ҡына алға киттеләр. Улар бик аҡрын баралар, ниңәлер йыш-йыш туҡтап, бәләкәй арбаларын рәтләйҙәр, шунан тағы ла ҡуҙғалып, алға йылышалар ине.
Тап шул ваҡытта, бейек ҡырҙың өҫтөнән ҡыңғырау тауыштары ишетелде, шуның менән бергә өсәр ат еккән өс-дүрт повозканың пыр туҙҙырып, приискыға ҡарай килеүҙәре күренде. Эш эҙләп китеүселәр төркөмө, уларға юл бирер өсөн саҡ-саҡ төрлө яҡҡа таралып өлгөрҙө ләр.
Бер-береһен тапарҙай булып килгән тройкаларҙың туп-тура при искыға килгәнен күргән эшселәрҙең: — Байҙар киләләр!..
— Ну-да, һуң үҙҙәре лә йөрөй беләләр...
— Уларҙың аттары ла бит һоло өҫтөндә генә торалар...
— Улар кеүек кеҫәңә туҡтауһыҙ алтын ағып торһа, беҙ ҙә шулай йөрөр инек...
— Шакир ағай менән Закир ағай икеһе лә бисә, балалары менән киләләр, ахыры... — тип, һөйләнгән һүҙҙәренән мин ул килеүселәрҙең приискының хужалары икәнлектәрен аңланым.
Ул тройкалар пыр туҙҙырып, теге ҡыш көнө буш тора торған йәшел түбәле йорттарҙың ҡапҡаһына инеп киттеләр.
134