— Яңылышаһығыҙ!.. Ул бына ошо ҙур эштәрҙе эшләтеүсе хужалар елкәһенә төшә.
— Кем арҡаһында байығандар һуң улар? Улар миллиондарҙы тик ятҡан ерҙәренән тапҡандармы ни?
— Миллиондарҙы табыр өсөн дә бит баш кәрәк. Берегеҙ ҙә бушҡа ғына эшләп йөрөмәйһегеҙ.
— Әллә инде беҙҙе бушҡа эшләтер инегеҙме?.. Аҡыллы баштар!..
— Бер миңә генә әйтмәгеҙ. Бында бер мин генә түгел, ана управ ляющийҙар бар, барығыҙ ҙа, уның менән һөйләшегеҙ.
— Һин шулай һәр ваҡыт, «эт — эткә, эт — ҡойроҡҡа» юлы менән бараһың. Оренбургка барып, байҙарҙың үҙҙәрен күреп һөйләшергә ҡушмайһыңмы тағы?
— Как мин эт?! Абайлап һөйләшегеҙ. Улай бик эшләйһегеҙ килмәй икән, һеҙҙе бер кем дә көсләп эшләтмәй. Дүрт яғығыҙ ҡибла...
— Беҙ һинән ҡибла һорап тормайбыҙ, рас бында эшләү ҡурҡыныс икән, ташларға кәрәк...
— Ташлар ваҡытта правление һеҙҙән һорап тормаҫ.
Штейгер менән эшселәр араһында һәр ваҡыт шундай талаштар булып тора. Ләкин шахтала эшләүҙе һаман туҡтатмайҙар.
Ҡайһы берәүҙәр был шахтала эшләүҙән бөтөнләй баш тарталар. Эштән «баш тартыусы» эшселәргә был приискыға икенсе бер эш бирелмәгәнгә күрә, улар талашып, расчет алалар ҙа, икенсе приискы ларға китәләр.
* * * Бер нисә көндәргә һуҙылған талашлы һәм эшселәр өсөн һуң дәрә жәлә ҡурҡыныслы булған был мәсьәлә тәбиғәттең үҙе тарафынан сиселде.
Бер көн иртән, эшселәр эшкә китергә йыйынғанда, беренсе номерлы шахтаның емерелеүен хәбәр иттеләр.
Шахта бер кемдән дә һорап тормаған, меңәрләгән терәүҙәргә ҡарамай, уларҙы юнышҡыға әйләндереп, убылған да төшкән...
Уның төндә, эшселәр юҡ ваҡытта, емерелеүе унда эшләүселәр өсөн шатлыҡлы байрам булды, һәр кемдең ауыҙында: — Ярай әле, беҙҙең бәхеткә ҡаршы, төндә емерелгән... Әгәр ҙә эш ваҡытында убылған булһа, бер генә кеше лә иҫән ҡалмаҫ ине.
— Беҙ ул шахтаның тиҙҙән емереләсәген аҙна буйына әйтә килдек. Ләкин администрация беҙҙең һүҙҙе ҡолағына ла элмәне.
— Уларҙың үҙҙәрен шунда эшләтергә кәрәк ине, эштең нисек икә нен белерҙәр ине... — тигән һүҙҙәр йөрөнө.
Шахтаның емерелеүе арҡаһында, приискылар идараһы менән эш селәр араһында байтаҡ талаштар булып алды: ошо мөнәсәбәт менән 133