Шулай ауырып, эштән сығып, ситкә ташланған йәки ер аҫтында ҡалып үлгән эшселәр урынына, эш эҙләп яңы кешеләр, яңы көстәр килеп, уларҙың эштәрен шул уҡ урындан башлап алып китәләр. Әллә нисә урында, әллә нисә шахтала эштәр туҡтауһыҙ бара. Ер аҫтында тыныс ятҡан алтын ҡомо ҡатлауы аҡтарылып өҫкә сығарыла.
Эшселәр, туҡран кеүек, осло кәйләләре менән суҡый-суҡый беҙ эшләй торған шахтаны ла бер-ике көн эсендә ҡола яланға өйләндер ҙеләр. Хәҙер өҫтөндәге ер емерелеп төшөүҙән һаҡлыҡ өсөн тик унда- бында ғына ҙур мейестәр йыуанлығында ҡаҙылмаған ерҙәр менән сикһеҙ күп терәүҙәр теҙелешеп ҡалдылар. Эш был хәлгә килгәс, шах тала эшләү яҡшы уҡ ҡурҡынысҡа әйләнеп, һәр ваҡыт уның емерелеү ихтималы тураһында һөйләнә башланды.
Әллә нисә йылдар шахтала эшләп, ер аҫты кешеһенә әйләнеп бөткән Сибғәт бабай ҙа, хәҙер был шахтала эшләүҙең ҡурҡынысҡа әйләнеүен йыш-йыш ҡына телгә алып: — Был шахтаның ғүмере күпкә бармаҫ, оҙаҡламай баҫылып төшөр. Тик бына эш барған ваҡытта ғына ундай-бындай булып ҡалмаһын ине. Бер ваҡыт шулай... приискыһында эшләгәндә, шахта емерелеп, әллә ни тиклем эшсе һәләк булды. Белеп булмай тағы, ҡайһы бер ер тиҙ генә убылыусан булмай. Ташланған шахталар ҙа байтаҡ ваҡыт емерелмәй торалар. Шулай ҙа хәҙер һаҡ булған яҡшы. Шахталар бер ваҡытта ла үҙҙәренең емерелеүҙәрен алдан әйтеп тормайҙар... — тигән һүҙҙәрҙе ыскындырырға кереште...
Башҡа эшселәр ҙә үҙ араларында һәм штейгерға шахтаға төшкән ваҡыттарҙа, хәҙер был шахтала эшләүҙең ҡурҡыныслығын, тиҙҙән емерелеп төшөү ихтималы барлығын һөйләй башланылар.
Ләкин штейгер забойщиктарҙың был һүҙҙәренә ҡаршы: — Ниңә емерелһен ти әле ул. Был ерҙең почваһын, ҡатламдарын беҙ һеҙҙән яҡшы беләбеҙ. Бында ҡомһоу ер түгел, һеҙ юҡҡа ҡурҡаһы- ғыҙ, ҡурҡаҡтар!.. — тип көлөп кенә яуап бирә ине.
— Ә һуң емерелһә ни эшләрбеҙ, беҙ бит ул саҡта, ҙур таш өҫтөндә торған ҙур йомортҡаны икенсе бер ҙур таш менән бәргән кеүек һыты лып ҡаласаҡбыҙ.
— Ҡалмаҫһығыҙ!., һеҙ бит тауыҡ йомортҡаһы түгел, һеҙҙең йән дәрегеҙ бар. Рәзе забой емерелеүенән ҡурҡып, шундай бай урында эшләп бөтөрмәй, ташлап сығырға ярай? Бына тиҙҙән икенсе шорфтар өлгөрәләр, оҙаҡламай шунда күсерһегеҙ.
— Улар өлгөргәнсе беҙ үлем көтөп йәшәргә тигәнме ни? Ана күрше шахталарҙа эшләр урындар күп бит, ниңә беҙҙе шуларға күсермәйһегеҙ?
— һеҙҙе шул үлемдән ҡасырып, бер урындан икенсе урынға күсер ҙә йөрө, имеш! Һеҙгә һаман анһат булһын, уның кем елкәһенә барып төшкәнен беләһегеҙме?..
Эшселәр ҡулдары менән елкәләрен ҡағып: — Ул бына беҙҙең елкәгә төшә.
132