Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 130.

кешеләр, айныған кеүек, хатта үҙҙәренең бөгөн әсеүҙәренән үкенгән кеүек күренәләр ине.

Ошо тормош, ошо моңһоу казарма эсендә яңы ғына үлгән эшсе­ нең һуҙылып яткан кәүҙәһе минең күңелгә лә бик ауыр тәьҫир бирҙе. Ул үҙе үлгән булһа ла, уның шул ғазап сигеп үлгән кәүҙәһе уның үткән тарихын, төрлө приискыларҙың шахталарында эшләп йөрөүҙәрен, ниһайәт, ошо «шағирҙың алтын приискыһы»на килеп эшләгәндә ауырыу эләктереп, ошо йәмһеҙ казармала, докторға-нигә күренә алмай, ҡаты һике өҫтөндә ауырып ятып, йән биреүен һөйләп торған кеүек була ине.

Мин уның эргәһенә барып бер аҙ ҡарап торҙом да, был казарманан сығып китергә ярамаған кеүек бер хәлгә килеп, шунан алыҫ түгел бер урынға ултырҙым. Шул ваҡытта, ул үлгән егеттең тыуған илендә ҡарт әсәйе, унан һуң уның ҡайтыуын көткән етем һенлеһе барҙыр, улар уның иҫәнлек хәбәрен көтә торғандарҙыр кеүек булып күҙ алдыма килде.

Теге оҙон сәсле егет үҙенең күп ерҙәрҙә бергә йөрөгән, бергә эшләгән иптәшенең үлеүенә ысындан ҡайғыра һәм уның тураһында бик күп нимәләр һөйләп, уны маҡтай, ниһайәт, приискы хужаларын һәм ошо тормошто һүгеп, уларға ҡаршы булған асыуына сыҙай алмай, көслө йоҙроғон төйнәп: — Вот беҙ кемдәр өсөн эт көнөн күрәбеҙ... — тип, тирә-яғына ҡаранып ҡуя ине.

Ял итеү көнөнөң матур ҡояшы көлөп сыҡҡан булһа ла, ул моңһоу­ ланып батты. Әллә ул кемдәргәлер көлөп ҡарап батҡан кеүек булған­ дыр... Ләкин беҙгә моңһоу күренде.

Бөгөн беҙҙең казармала төн буйы ут һүнмәне.

Уның һаран яҡтыһы төн буйынса үлгән кешенең кәүҙәһен һәм уны ҡарауыллап ултырған ҡарттарҙың йыйырсыҡлы биттәрен яҡтыртып торҙо.

IV Приискыла эштәр барған һайын ҡайнай. Әллә ҡайҙағы заводтар­ ҙан эшләнеп килгән оло кәйләләр ер аҫтын ашап алға баралар. Мил­ лиард йылдар буйынса тыныс ятҡан таштар, балсыҡтар өҫкә сығарылып йыуылалар ҙа, алтындары алынып, ҡайҙалыр ебәрелә ба­ ралар. Кәйләләрҙең остары ашалып, тупаҫланалар ҙа контора аша яңынан тимерлеккә ебәреләләр. Эшселәр таштарҙы ватып, тимерҙәрҙе ашалдырып, үҙҙәренең эштәрен дауам иттерәләр. Уларҙың ҡандары аҡрынлап кибә, иттәре күҙгә күренмәй ашала, һөйәктәре һыҙлай...

Уларҙың берәйһе ауыр эшкә яраҡһыҙланһа, ул эшсе алтын­ дары йыуылып алынған ҡом кеүек ситкә ташлана. Уларҙың ҡайһы бе­ рәүҙәре өҫтәренә емерелеп төшкән балсыҡтар аҫтында ҡалып үләләр...

131
Закрыть