Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 13.

Хәҙрәттең ошо һүҙҙәренән һуң теге геүаһтарҙың бер нисәһе бер юлы: — Хәҙрәт, беҙ күргәнде әйтәбеҙ, беҙ уларҙы өйҙәренән алып сығып бында алып килмәнек инде. Бая әйткәнсә, келәт менән ҡойма ара­ һында, бергә торалар ине... Шуны үҙ күҙебеҙ менән күрҙек, — тинеләр.

Шул ваҡыт хәлфәләр араһынан берәү сығып: — Хәҙрәт, беҙ бит дарелхәрептә торабыҙ, бында хәт фарыз түгел1, — тип һөйләп алып китте. Уның һүҙенә икенсе хәлфәләр ҡушылып алып киттеләр. Күгәрсен Сәлим дә ҡатнашып китте, ул башҡалар һүҙе өҫтөнә геүаһтарҙың бер төрлө генә һөйләмәүҙәрен, бинаән ғәләйһи2 ҡыҙ менән егеттең зина ҡылыуҙарының иҫбат ител- мәүен дә әйтеп китте.

Мин, мәсьәлә былайға киткәс, һөйөнөп киттем. Бигерәк тә Күгәр­ сен Сәлим матур һәм яҡшы булып күренде. Бәләкәй генә кәүҙәһе менән уның был тиклем батырсылыҡ итеүенә, ҡурҡмауына аптырап ҡалдым. Ғәлимә апайҙы аҡлап, гонаһһыҙ итеп сығарырҙар, тигән уйға төштөм.

һүҙ байтаҡҡа тартылды, бәхәс барған һайын ҡыҙҙы. Зина итеүсе­ ләр йәш булһалар — уларҙы йөҙәр ҡамсы һуғыу, ҡарт булһалар — таш менән атып үлтереүҙәре — береһе лә ҡалманы.

Шәриғәттең нескә хөкөмдәре, китап һүҙҙәре һөйләнә башлағас, теге халыҡтар ҙа бер аҙ баҫыла төшкән кеүек булдылар. Хәҙер Фәхри бабай ҙа, бер аҙ тынысланған кеүек булып, алға ҡарай тартылмай, ҡалтыранмай башланы.

Шул ваҡытта теге кешеләр араһынан бер егет сығып: — Юҡ, хәҙрәт, улар һөйләшеп кенә ултыралар ине, эш былар әйткәнсә түгел, — тине.

Ләкин уның был һүҙҙәре йыйылған халыҡтың йөрәктәренә беҙ менән сәнскән кеүек булды. Шунда уҡ теге Сәйфулла, Ғәйфулла, Сәлим һәм Гәрәйҙәр, уларға ҡушылып башҡалар ҙа: — һеҙҙеңсә, шулай нәмәхәрәм менән аулаҡта, төндә ултырырға ярай икән?! Был ни тигән һүҙ? — тип зыҡ ҡуптарып, ҡыҙышып, теге егеттең өҫтөнә һөжүм итә башланылар. Теге егет шәкерттәр араһына инеп тығылды. Хәлфәләр уртаға төшөп, теге ут кеүек ҡыҙған халыҡты саҡ баҫтылар...

Хәҙрәт тә урынынан ҡуҙғалып: — һеҙ ҡыҙаһығыҙ ҙа китәһегеҙ, эштең асылын һорашып бөтөрөргә ирек бирмәйһегеҙ! — тип асыуланып, хәлфәләргә ҡарап: — Мин дарелхәрептә хәт һуғыуҙың дөрөҫ түгел икәнен беләм, һеҙ­ ҙең был ерҙә шәриғәт хөкөмдәрен йөрөтөп булмай. Ләкин боҙоҡлоҡҡа 1 Хәт фарыз түгел — язалау тейешле түгел.

2 Бинаән ғәләйһи — шулай булғас.

14
Закрыть