Ошо һүҙҙән һуң, ул ҡулындағы китабын төрлө төҫтәге дебеттәр (гәрез) менән сәскә рәүешендә биҙәкләп төшөрөп сиккән ап-аҡ алъяпҡыс аҫтына йәшерә төшөп: — Юҡ, был китапты һиңә күрһәтергә ярамай... — тигән һүҙҙәрҙе ҡабатланы.
— Ниңә ярамаһын икән?.. — тинем.
Хәҙисәнең иптәш ҡыҙы сыҙаманы, ул Хәҙисәгә ҡарап: — Күрһәт тә ҡуй. Кешегә күрһәтергә ярамаһа, ташҡа баҫып сығар маҫтар ине бит... — тип, китапты миңә күрһәтеү яғында икәнен бел дерҙе.
— Шулай шул. Әллә ниндәй йәшерен нәмә түгелдер әле, — тинем.
— Бына, улай булһа, только шунда ғына ҡара ла бир!.. — тип, китапты минең ҡулға бирҙе.
Китапты ҡулыма алыу менән, уның йәштәр араһында боронғо ваҡытта ҡулдан ҡулға йөрөгән «Таһир-Зөһрә» икәнен белдем. Мин уны ҡулға алыу менән, улар икеһе лә, «был нимә әйтер икән» тигән кеүек, миңә ҡаранылар.
— «Таһир-Зөһрә» икән. Был китапты ҡайҙа булһа ла уҡыйҙар бит. Мин үҙем дә бер нисә тапҡыр уҡығаным бар... — тинем.
Хәҙисәнең иптәше ҡапыл ғына: — Беҙ уның менән уҡыйбыҙ. Улар бик йәл. Шулар ысынлап та шулай булдылармы икән? — тине лә, бер Хәҙисәгә, бер миңә ҡарап алды.
Хәҙисә миңә яуап биреп торорға урын ҡалдырмай: — Булмаған эштәрҙе китапҡа яҙмаҫтар инде... — тигән һүҙҙе ысын күңеленән әйтеп өлгөрҙө.
Күрәһең, ул шундай китаптарҙа яҙылған нәмәләрҙең ваҡиғала булыуына һис бер шикһеҙ ышана икән...
Уның шул һүҙенән һуң иптәше: — Зөһрә меҫкендең атайы бигерәк тә ҡаты бәғерле булған икән!.. — тигән һүҙҙе өҫтәне.
Беҙҙең һүҙҙәр шунда еткәндә, Хәҙисәнең әсәһе ишектән сыҡты. Беҙ уны күреү менән, өсәүебеҙ ҙә, бик ҙур килешһеҙлек эшләгән кешеләр кеүек, ни эшләргә белмәй аптырашта ҡалдыҡ.
Ул беҙгә ҡарай аҙ ғына ҡарап торҙо ла: — Хәҙисә, кил әле бында!.. — тип, Хәҙисәне казармаға саҡырҙы.
Ҡыҙыҡлы күрешеүҙең иң матур ерендә шулай күңелһеҙ рәүештә киҫелеүе ҡыҙҙарға ниндәй тәьҫир биргәндер, ә минең үҙемә бик күңелһеҙ тәьҫир ҡалдырҙы.
Мин китапты Хәҙисәнең ҡулына бирҙем дә, үҙебеҙҙең казармаға киттем. Ә улар үҙҙәренең ниндәйҙер бер йәшерен серҙәре асылған кешеләр рәүешендә казармаларына инеп киттеләр.
Мин үҙебеҙҙең казармаға ингәндә, беҙҙең казарма эсен тәрән бер тынлыҡ баҫҡан кеүек ине. Әле күптән түгел генә зыҡ ҡубып йөрөгән 130