Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 128.

тотманылар. Халыҡты начальствоға ҡаршы баш күтәреүгә өндәп йөрөй торған бер кеше икән, тинеләр ҙә алып киттеләр.

— Иллә үҙе зәһәр, үткер егет ине!.. Үҙен арестовать иткәндә йөҙөн дә һытмай, уларға ҡаршы һөйләште: «һеҙ бит байҙарҙың ялсылары! — ти. — Һеҙ һатлыҡ йәндәр, эшселәрҙең ҡандарын әсәһегеҙ, палачтар, — ти. Тағы әллә нимәләр әйтеп бөтөрҙө. Уны күп һөйләндермәй алып киттеләр. Киткән сағында беҙгә ҡарап: — Беҙ һеҙҙе онотмабыҙ. Һеҙ ҙә үҙегеҙҙең кемдәр икәнлегегеҙҙе иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Беҙҙең көс күп», — тип әйтеп китте. Беҙ ни эшләргә лә белмәй улай-былай иттек тә, торҙоҡ та ҡалдыҡ. Шунда беҙ бергәләшеп, ул егетте улар ҡулына бирмәҫкә кәрәк икән дә бит!..

Был ваҡытта Сибғәт бабайҙың йөҙөндә ниндәйҙер бер кәрәкле эштең булмай ҡалыуына үкенеү билдәһе күренә ине. Әбей уның һүҙен тындап бөткәс: — һин үҙең дә бик күп һөйләнәһең. Йә үҙенде лә улай-былай итеп ҡуйырҙар... — тип, тирә-яғына ҡарап алды.

Сибғәт бабай бер ҙә иҫе китмәй генә: — Дөрөҫө шулай булғас, ни эшләйһең? Эшселәрҙең береһе кисә, береһе бөгөн үлә лә тора. Уның причинаһын тикшереү юҡ, — тине лә урынынан тороп, казарманың теге башына барҙы. Унда Сәлим ҡарт менән осрашып һөйләшкәндән һуң, казарманан сығып киттеләр.

Мин дә үҙебеҙҙең казармаға ҡайтырға тип, иркен һауаға сыҡтым.

Был ваҡытта Хәҙисә ишектән алыҫ түгел бер эскәмйә өҫтөндә, үҙенең бер иптәш ҡыҙы менән, иҫкереп бөткән ниндәйҙер бер китап уҡып ултыра ине. Ул мине күргәс, ҡулындағы китабын тиҙ генә ябып ҡуйҙы ла, нимәлер әйтергә теләгән кеүек миңә ҡараны. Мин дә, уға ниндәйҙер әйтергә тейешле һүҙҙәрем бар кеше кеүек, уңайһыҙланып ҡалдым. Әллә ниңә, мин уға, ниндәй булһа ла берәр нимә тураһында һүҙ әйтһәм, ярамаҫ, яраһа ла килешмәҫ кеүек була ине. Шулай ҙа мин уларға ҡарап: — Иҫәнмеһегеҙ әле, ниңә бында ултыраһығыҙ? — тигән һүҙҙәрҙе әйттем һәм «ниңә бында ултыраһығыҙ» тигән һүҙемде ни өсөн әйткә­ немде үҙем дә һиҙмәй ҡалдым.

— Иҫән әле. Тик шулай ғына ултырабыҙ. — Был яуапты Хәҙисә бирҙе.

Беҙҙең һүҙ бөттө лә ҡуйҙы. Инде бына китергә кәрәк, ә үҙемдең былар эргәһенән бер ҙә киткем килмәй. Әле бәхеткә ҡаршы: — Ниндәй китап уҡып ултыраһығыҙ?.. — тигән һүҙ иҫкә төштө.

— Был... былай ғына, китап...

— Ҡайҙа, күрһәтегеҙ әле, ниндәй китап икән?

— Юҡ, уны һиңә күрһәтергә ярамай, һин көлөрһөң...

Мин һүҙҙең былай оҙонға китеүенә шатландым һәм: — Күрһәт әле, көлмәм. Китаптан көләләрме ни?

129
Закрыть