Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 127.

— Бөтһөн шул!..

Шунан һуң иҫеректе ике яҡтан ҡултыҡлап казармаға алып киттеләр.

Был скандалдан һуң уйын-көлкөнөң ҡыҙығы юғалды, ҡараусылар таралдылар.

Көндөҙгө аш ваҡытында, Сибғәт бабай ҙа, әбей ҙә бындағы тор­ моштан һәм ял итеү көндәрендә һәр ваҡыт ошондай тәртипһеҙлектәр булып тороуынан зарланып алдылар.

— Ни эшләйһең һуң инде? Уларҙың башҡа нимә ҡыҙыҡтары бар? — тине Сибғәт ҡарт.

— Эсеп, һуғышып йөрөүҙән ниндәй ҡыҙыҡ булһын? — ти әбей.

— Улар башта күңел асыр өсөн генә әсәбеҙ, тип әсәләр. Бара торғас, шундай күңелһеҙлектәр булып китә. һәр кемгә бер төрлө күңел асыу кәрәк бит.

— Ярай ҙа ул ауыл йәиһә ҡала ерендә күңел асыу урындары бар. Беҙҙең бында бит уларҙың береһе лә юҡ, — тип, бер яҡтан теге әсеүсе­ ләрҙе артыҡ ғәйепләмәҫкә теләй, икенсе яҡтан, уларға бер яңы нәмә, яңы тормош бирергә теләгән кеүек була ине.

Яңы ғына булып үткән йәмһеҙ тормош тиҙ онотолдо. Ғаиләлеләр казармаһында яңынан үҙенә күрә бер төрлө ығы-зығы килеү, төшкә әҙерләнгән, төрлө урындарҙа бешерелгән, бер үк төҫлө аштарҙы ашау башланды. Бәләкәй балаларҙың үҙ-ара ҡысҡырышыуҙарын, әсәләрҙең үҙҙәренең бәләкәй балаларын йыуатыу тауыштарын иҫәпкә алмағанда, тормош тәртипле юлға төшкән кеүек булды.

Эш шулай барғанда, буйҙаҡтар казармаһынан берәү килеп, теге ауырыу егеттең үлеүен хәбәр итте һәм Сибғәт бабай менән Сәлим бабайҙың шунда барыуҙарын үтенде.

Был үлем хәбәре бөтә казарма эсенә бер төрлө күңелһеҙлек таш­ ланы. Бөтә эшсе ғаиләләре йөҙҙәрен үҙгәртеп, алдарындағы ризыҡта­ рын ашауҙарын онотголар.

Бик күп ауыҙҙарҙан: — Яңы ғына типһә тимер өҙөрлөк егет, әрәм булды...

— Донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татыған, уңған егет ине...

— Күптән түгел Гәрәйҙе тупраҡ баҫып үлтергәйне, инде быныһы эшләгән еренән ауырып ҡайтып үлде...

— Беҙҙең бында шул бик күп кешеләр ваҡытһыҙ әрәм булалар.

— Дарыу-дарман итергә рәт юҡ... — кеүек һүҙҙәр ҙә сыҡты. Былар, ваҡытһыҙ үлемдәрҙе кемдәндер күргән кеүек булһалар ҙа, ул кемдер — атап әйтмәйҙәр, бары тик бындай ваҡиғаларҙы үҙҙәренең «тәҡдирҙә­ ренән», йә булмаһа, «бәхетһеҙлектәренән» күргән кеүек булалар ине.

Сибғәт бабай башын түбән эйеп бер аҙ уйланып торғандан һуң: — Бөтәһе лә үҙебеҙҙән. Ана үткән йыл бер егет килеп, беҙгә эштең нимәлә икәнен, эшселәрҙе начальстволар менән байҙар берләшеп иҙеүен, беҙҙең дә уларға ҡаршы торорға кәрәк икәнебеҙҙе, аҫтыртын рәүештә, бик һәйбәтләп төшөндөрә башлағайны ла бит, уны бик оҙаҡ 128
Закрыть