Йөрәктәре тибеп торған ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһен төрткөләп, бейергә ҡыҫташа башланылар.
— Әйҙә, Хәсби апайым, булмаһа, һәнәреңде күрһәтеп ал әле!.. — тигән һүҙҙән һуң, беҙ беренсе көндө ғаиләлеләр казармаһына ингәндә, йырлай-йырлай һандығын аҡтарып ултырған бисә уртаға сыҡты. Ул, башта ҡыйыр-ҡыймаҫ бер ҡиәфәт күрһәтеп, яулығының бер яҡ сите менән битенең бер яғын ҡаплап ҡына бейей башлаһа ла, бара торғас асылып китте. Ул үҙенең аяҡтарын яңы сыҡҡан йәшел үләндәрҙе иҙмәҫкә тейешле кеүек йомшаҡ һәм ваҡ ҡына баҫа, кәүҙә һен дә, тулҡынһыҙ һыуҙа йөҙгән аҡҡош кеүек, тигеҙ йөрөтә ине. Уйын барған һайын ҡыҙҙы.
Казармала мәжлес ҡороп ултырыусылар ҙа берәм-берәм яҡты ҡояш аҫтына сыға башланылар.
Уйын-көлкө шулай ҡыҙып барғанда, алпан-толпан килгән берәү, ҡараусыларҙың теләктәренә ҡаршы, бейергә теләп, уртаға төштө. Ләкин уның быйма кейгән аяҡтары үҙе теләгәнсә йөрөй алманылар. Ул, кәүҙәһен тота алмай, бер яҡҡа ауышып китте.
— Эй, һинең шөрөбөң бушаған, юҡҡа мәшәҡәтләнмә!.. — тигән һүҙгә уның намыҫы килде, буғай, ул тағы бейергә тырышып ҡараны, тағы булдыра алмай бер яҡҡа ауҙы.
Ҡараусылар араһынан: — Лутчы һин мишайт итмә! — тигән һүҙгә уның асыуы ҡабарҙы.
— Мин ни бөтәгеҙҙән дә шәп! — тип, елкенеп, ҡулдары менән нәмәлер эҙләнергә кереште.
Уның иптәштәренән береһе эргәһенә килеп: — Әйҙә, былай ярамай, казармаға ин, — тип ҡулынан тотҡайны, ул икенсе ҡулы менән теге кешенең башына ҡундырҙы. Уны тотоусы кеше асыуланып: — Һинең башың ҡысыта икән әле, — тип, уңға-һулға бирергә кереште.
Был йәмһеҙ күренешкә һәр кемдең кәйефе китте.
— Ул һәр ваҡыт шулай скандал сығара!.. — тип, төрлө яҡтан асыулы тауыштар сығарҙылар.
Ҡатын-ҡыҙҙар был эштән һиҫкәнеп бер яҡҡа тайшандылар һәм берәм-берәм үҙҙәренең казармалары яғына тайҙылар. Ул арала, теге бейеүсе егеттең береһе, иҫерек бейеүсенең елкәһенә берҙе төшөрҙө лә, ҡулдарын шаҡарып тотоп: — Етерме, әллә тағы кәрәкме, — тип йөҙөнә ҡараны. Иҫерек бейеүсе ҡапыл ғына йомшаны: — Ҡара әле, мине ебәр әле, мин тик былай ғына...
— Шулай булғас, туҡта тигәндә — туҡта... Иҫереүең еткән икән, ин дә ят. Нимәгә бында ҡатын-ҡыҙҙар араһында теләһә нәмә ҡыланып йөрөйһөң?!
— Бөттө, мин былай ғына...
127