— Әйҙәгеҙ, иптәштәр!.. Бөгөн — көн беҙҙеке! — тигән тауыштар яңғырап китге.
Казарманың эсенән: Ҡ арлуғасҡай ҡара, муйыны ала, Ҡ анат осҡайынан ҡ ан тама, Аталарҙан ҡалған, эй, йәш бала Күкрәк көсө менән мал таба... - тип, йырлаған тауыш быларҙың күңелдәрен тағы ҡытыҡлап ебәрҙе.
— Әйттер шуны, әйҙә!
Оҙаҡ та үтмәне, гармун да тышҡа сығарылды. Гармундың һикер- теп-һикертеп уйнаған тауышына шул уҡ көйгә йырланған йыр тауышы ҡушылды. Йыр һәм уға ҡушылған гармун тауышына ғаилә леләр казармаһындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың да ҡолаҡтары торҙо.
Уларҙың күҙҙәре лә былай өйләнделәр, ҡайһы берҙәре аҡрын- аҡрын былай табан килә башланылар.
Йыр һәм гармун тирәһендә бик аҙ ваҡыт эсендә бик күп кешеләр йыйылып өлгөрҙөләр. Кемдер берәү: — Әйҙә, бейеү көйөн әйттер әле!.. — тип әйтеү менән тағы, гар мунсы бармаҡтары менән бейеү көйөн баҫырға кереште. Бейеү көйө уйнала башлау менән, ҡыҙыл күлдәгенең яғаһын ыскындырған, үҙе ҡыҙмаса булып алған бер егет уртаға төшөп, башын бер аҙ алғараҡ сайҡап, кемделер ҡосаҡларға теләгән кеүек ике ҡулын йәйеп, кәүҙәһен арлы-бирле һығылдырып, аяҡтарын ергә ныҡ тибеп, түңәрәкте әйлә неп йөрөй башланы.
Егеттең дәрт менән бейеүе ҡарап тороусыларҙың да күңелдәрен күтәреп ебәрҙе. Тиҫтәләгән күҙҙәр бейеүсе егеттең етеҙ йөрөгән аяҡта рына текәлделәр.
Ҡатын-ҡыҙҙар уйын түңәрәгенә тағы ла яҡынлаштылар. Уларға бер яҡтан урын бирелде. Бейеүсе егет тағы ла дәртләнә төштө. Ул кеҫәһендәге ҡулъяулығын алып, битен һөртөп алды.
Икенсе бер егет, уға ҡаршы төшөп, үҙенең бейеүгә оҫталығын күрһәтергә кереште. Был һуңғыһы бейеүҙән туҡтамаған хәлдә, ергә ултырырға теләгән кеүек сүгәләне лә, аяҡтарын алға сығарып, ике теҙҙәре аҫтына алмаш-тилмәш үткәреп, устарын сәпелдәтә башланы. Төрлө күренештәр яһап, ҡараусыларҙы көлдөрҙө.
Ҡарап тороусылар: — Йә инде, арығанһығыҙҙыр, бер аҙ хәл йыйығыҙ, — тип әйткәнгә тиклем егеттәр бейеүҙәренән туҡтаманылар.
Улар бейеүҙәренән туҡталыуға, шунда ҡарап тороусыларҙан берәү, ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө яғына ҡарап: — Йә, һеҙ ниңә ҡарап ҡына тораһығыҙ? Аяҡтарығыҙ һыҙлама һын, — тигән һүҙҙе ташланы.
126