— Йәгеҙ, ҡоймағы һыуынып бөтмәҫ борон ашағыҙ, көтә-көтә асығып бөткәнһегеҙҙер, бөгөн утын сей булып, мейесте яндыра алмай аптырап бөттөм... — тип һүҙ башлап ебәрҙе.
Сибғәт бабай һалмаҡ ҡына рәүештә: — Эшкә бараһы булмағас, ашығып нимә бар. Ҡояш сыҡҡан саҡта тышҡа сығып, көндөң матурлығына һоҡланып, бер аҙ йөрөп, тағы инеп яткайным, бик тәмле йоҡоға киткәнмен. Төшөмдә забой ҡаҙы ғанда бик ҙур, бына ошо баш бармаҡ тиклем булыр, самородок таптым. Инде алып сығайым тигәндә бына күршенең балаһы илаған тауышҡа уянып киттем... — тигән һүҙҙәр менән сәй мәжлесен асып ебәрҙе.
— һин шул самородокты төштә генә табаһың, — ти әбей. — Ярай инде, ни эшләйһең.
Казарманың һәр бер урынында сәй әсеүҙәр башланды. Бына Сибғәт бабайҙарға йәнәшә генә йәш кенә бисәле һәм бәләкәй балалы берәү кәйефләнеп сәй эсә. Ул сәй араһында үҙенең артына ҡуйған шешәһенән аҙ-аҙ һалып төшөрөп ала, үҙе хәҙер үк яҡшы уҡ ҡыҙған. Әбей эшселәрҙең әсеүҙәренән зарланып китте.
Бабай уның һүҙенә артыҡ ҡушылманы.
— Йәшерәк саҡта була инде ул. Көн буйы ер аҫтында эшләгәс, ял көнөндә һөйәктәрҙе йомшартырға кәрәк бит. Ләкин күберәк төшөрөп, эште боҙоп ҡуялар. Эскәндә лә аҡылды эсергә ярамай. Минең үҙемдә лә йәш саҡта ундай эштәр була торғайны. Ләкин һис бер ваҡыт аҡылды эсмәнем... — тип, ике яҡлыраҡ һүҙ һөйләп ҡуйҙы.
— Араларында шул нәмәне яҡын килтермәгәндәре бар, улар лутчы, — ти әбей.
— Шулай инде, беҙҙә наҙанлыҡ та ҙур. Әлепте таяҡ тип белмәйбеҙ... Исмаһам, бына был балаларҙы уҡытырға мәктәп тә юҡ бит!
Сәй эсеү яҡшы уҡ оҙаҡҡа һуҙылды, һүҙҙән-һүҙ сығып, казарма, эшселәр тормошонан күп һүҙҙәр һөйләнде. Тамаҡтарын туйҙырып алған кешеләр, казарманан сығып, ҡояшҡа ҡаршы ултырып, әңгәмәгә керештеләр. Теге, Сибғәт бабайҙарҙың күршеһе, иртә үк «төшөрөп» алған кеше, нимәлер һөйләп, башҡаларҙы көлдөрә.
Ҡыҙҙар айырым бер төркөм булып күҙгә бәреләләр. Улар нимә һөйләп ҡыҙыҡһына торғандарҙыр — белеп булмай.
Мин ҡайтып ингәндә, «буйҙаҡтар казармаһы» бөтөнләй икенсе төҫ алған. Бер мөйөштә ете-һигеҙ кеше, урталарына бөтөн сиректе ултыр тып, сәкәшергә керешкәндәр. Урта бер ерҙә тағы шундай уҡ әкәмәт ҡороп ултыралар. Оҙон сәсле бер егет, үҙен үҙе бик ныҡ тотоп, гармун уйнай. Мәжлес казарманың эсендә генә һыйып тора алманы, казар маның тышына ла сыҡты. Ғаиләлеләр казармаһынан да бер нисә кеше килеп ҡушылдылар.
Улар килгәс: 125