Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 123.

•к ic * Бөгөн йәкшәмбе — эшселәрҙең ял итеү көндәре. Казармаларҙа бөгөн икенсе төрлөрәк тормош.

Буйҙаҡтар казармаһы бөгөн һуңғараҡ ҡалып уянды. Бындағы эшселәр, үҙҙәренең кескәй, иҫке һандыҡтарын асып, ял көндәрендә генә кейә торған сиккән яғалы күлдәктәрен һәм ҡыҫҡа еңле камзул­ дарын, тужуркаларын алып, «байрамса» кейенергә әҙерләнәләр.

Ҡайһы берәүҙәр, тәҙрә арҡыры төшкән ҡояш яҡтыһына ҡаршы ултырып, һаҡал-мыйыҡтарын төҙәтәләр. Унда береһе ҡыҙыл һаплы бәке менән икенсе бер иптәшенең сәсен ала. Аҙна буйына сәс араһына ултырган ҡом-сандар уның бәкеһенең йөҙөн шунда уҡ ҡайтаралар, күрәһең. Ул сәс алыусы минут һайын ҡулындағы бәкеһен ҡайһы саҡта иптәшенең ҡайышланған арҡаһына, ҡайһы ваҡытта үҙенең салбарына янып аҙаплана. Теге оҙон сәсле таҙа егет бөтә кешеләрҙән элек тороп, үҙен рәтләп өлгөргән. Ул инде үҙенең бер иптәше менән сәй эсергә лә керешкән. Аҙна буйынса арыған кәүҙәләрҙе ял иттереү шатлығы­ нанмы, булмаһа, икенсе «бәхет» көткәнгәме — былар бөгөн шат һәм һүҙсән күренәләр. Тик теге таҙа егетгең ауырыу иптәше генә әле булһа үҙенең ауырыуынан айный алмаған. Ул бындағы хәрәкәттәрҙән, ял итергә әҙерләнеү шатлығынан хәбәрһеҙ рәүештә, ҡаты һике өҫтөндә бөкрәйгән көйө тик ята. Ул әллә йоҡлай, әллә инде ауырыуының ҡатылығынан шулай бер нәмә лә һиҙмәҫлек хәлгә килгән — уныһы билдәһеҙ.

* * * Ғаиләлеләр казармаһындағы йәнлелек бөгөн бөтөнләй башҡаса. Уның ишегенән инеү менән ауыр май еҫтәре бәрелә, нәмәнелер ашығып көткән ваҡытта ғына була торған ашығыс бер төрлө буталсыҡ күҙгә ташлана.

Унда ҡатын-ҡыҙҙар зыҡ ҡубалар. Казарманың мейестәре алдында ҡатын-ҡыҙҙар, сират тороп, ҡабартма, ҡоймаҡ кеүек нәмәләр бешерәләр, картуф ҡыҙҙыралар. Тиҫтәләгән эреле-ваҡлы самауырҙар төрлө тауыштар сығарып, үҙҙәренең сәй урындарына ултырыуҙарын көтәләр.

Минең әбей бөтәһенән иртә өлгөргән. Сибғәт бабай менән мин ашъяулыҡ эргәһенә килеп ултырыу менән, ул гөжләп ҡайнаған сама­ уырын килтереп ултыртты. Уның артынан уҡ ҙур ғына таба менән ҡайнар ҡоймаҡ килтереп ҡуйҙы. Шунда уҡ үҙенең иҫке һандығын асып, керәндил, йөҙөм емеше, шәкәр кеүек нәмәләр алып, ашъяулыҡ өҫтөнә килтереп теҙҙе лә, сәй яһап ебәрҙе һәм асыҡ йөҙ менән: 124
Закрыть