Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 122.

булып тора икән. Уның хеҙмәте ундағы ҙур начальниктарға оҡшаған. Шуның өсөн уны фельдфебель чинына мендергәндәр. Яҙыу-Һыҙыу белмәгән көйөнә, Сәфәрғәлиҙең шул дәрәжәгә менеүенә ҡарт та, ҡортҡа ла бик шатланалар. Киләсәк көндә тәүфиҡлы, бәхетле булы­ уын теләйҙәр.

Мин, бер яҡтан, уларҙың һүҙҙәрен тыңлайым, ҡайһы саҡта үҙҙә- ренә һорау биреп ҡуям. Икенсе яҡтан, казармалағы ығы-зығы килгән тормоштан күҙҙәремде ала алмайым.

Казарма гөж килә. 20—25 урында түңәрәкләнеп ашарға ултырған кешеләрҙең ауыҙҙары ашығыс ҡыймылдайҙар. Шул түңәрәктәр араһында байтаҡ ҡына ауырып ятыусылар, кәйефһеҙләнеп илап ултырыусы балалар ҙа күренә. Уны-быны ҡарап, уйлап тормай ысҡындырылған төрлө һүҙҙәр ҙә йыш-йыш ишетелеп ҡала.

Казарманың теге башында йөрөгән Хәҙисә лә бер-ике тапҡыр күренеп ҡалды. Ул һаман да күңелле, шат күренә. Был тормош эсендә шундай Хәҙисәләрҙең булыуҙары йәшлек ваҡытының йәшел бер япрағы кеүек булып һиҙелә ине.

Сәй эселеп бөткәнсе минең турала ла һүҙ булды. Сибғәт бабайҙың ҡуҙғатып ебәреүе буйынса, әбей үҙе теләп, үҙҙәрендә ашап-эсеп йөрөүҙе мәслихәт күрҙе. Уларҙың кәңәштәре буйынса, мин былар менән ашап-эсеп, тик ҡунарға ғына «буйҙаҡтар» казармаһына барасаҡ инем.

Еүеш һауалы казармала тороп, күгәреп бөткән будильник сәғәткә ҡарағандан һуң, Сибгәт бабай эшкә барырға ваҡыт еткәнен аңлатҡан рәүештә: — һөйләшеп сәй эсә торғас, ваҡыттың үткәнен белмәй ҙә ҡалған­ быҙ... — тип урынынан тора башланы. Башҡа эшселәр ҙә, минут эсендә урындарынан тороп, ашығыс рәүештә үҙҙәренең урындарына китә башланылар..

Беҙ ишектән сыҡҡанда, Сәлим бабай беҙгә осрап, донъя күргән оло кешеләрсә иҫәнләшеп, минең Сибғәт ҡарт менән бер ерҙә эшләүемде белде һәм уға ҡарап: — Бик яҡшы булған, һинең кеүек донъя күргән кеше менән эшләү йәш кеше өсөн яҡшы булыр... — тип, үҙ эшенә китте. Хәҙисә лә үҙенең иптәштәре менән беҙҙең арттаныраҡ сығып, алтын йыуа торған бураға ҡарай йүнәлде.

Шахтаға барғанда, Сибғәт ҡарт тағы ла ошо приискылар һәм үҙе­ нең ҡайҙарҙа йөрөгәнен һөйләп барғанға күрә, беҙ шахтаға барып еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.

Был юлы миңә шахтаға төшөү, иртәнсәк төшкәндәге кеүек, ҡыйын да, күңелһеҙ ҙә, ҡурҡыныс та булманы. Хәҙер бындағы эшселәр ҙә минән көлмәйҙәр, улар миңә күптәнге иптәштәр кеүек күренәләр ине. Беҙ шахтаға төшкәндә, ҡояш беҙҙең артыбыҙҙан көлөп ҡарап ҡалды.

123
Закрыть