Мин тоттом да, Сибғәт бабай менән туп-тура ғаиләлеләр казарма һына киттем. Ул үҙенең ҡортҡаһы менән Хәҙисәләр тора торған казарманың икенсе башында тора икән.
Беҙ казармаға еткәндә, Хәҙисә үҙенең иптәш ҡыҙы менән казарма алдында көлөшә-көлөшә йыуына, уның бите яңы ғына күпертелеп һөртөлгән ап-аҡ һабын күбектәре менән ҡапланып, тик ике күҙе генә күренә ине.
Ул, Сибғәт бабай менән мине күргәс, көлөүенән туҡтала төшөп, йөҙөн икенсе яҡҡа әйләндерҙе һәм битендәге ап-аҡ һабын күбектәрен тиҙ-тиҙ генә йыуып төшөргәндән һуң, тағы бер тапҡыр әйләнеп ҡараны. Был ваҡытта уның йөҙөндә шатлыҡлы йылмайыу балҡып тора ине.
Мин уның, беҙҙе күреүгә ҡапыл ғына хәрәкәтен үҙгәртеп, шат лыҡлы йылмайыуының мәғәнәһенә төшөнмәнем. Тик өсөнсө көн кис, уларҙың үҙҙәрендә сәй эсеп ултырғандан һуң, иптәшем Зиннәт тең: «Матур бит, әй!..» тигән һүҙҙәре иҫемә төштө лә: «Ысынлап та матур шул!..» тип уйланым, һәм уға тағы бер тапҡыр әйләнеп ҡарағым килһә лә ҡарарға уңайһыҙланып, Сибғәт бабай артынан казармаға инеп киттем. Уның иптәше менән һөйләш кән яғымлы тауышы ишетелеп ҡалды...
Сибғәт ҡарт мине туп-тура үҙҙәренең тора торған мөйөштәренә алып барҙы һәм миңә үҙенең бер ҡунағы кеүегерәк ҡарап: — Әйҙә, рәхим ит әле! Бына хәҙер сәй эсербеҙ, (ҡортҡаһына ҡарап) ҡортка, мин бөгөн үҙемдең эргәмдә эшләй башлаған иптәшемде лә алып килдем әле. Ул яңғыҙ ғына икән, уға күңелһеҙ булмаһын тинем.
Әбей минең менән иҫәнләште лә: — Бик һәйбәт. Беҙ икәү генә бит, өсәүләп сәй эсеү күңелле булыр... — тип, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды.
Беҙ бит-ҡулды йыуып алғансы ашъяулыҡты ҙурайтыңҡырап йәйҙе. Ике пар сынаяҡ янына өсөнсөһө ҡуйылды. Таш тәрилкәлә торған күмәстәрҙең телемдәрен арттырҙы, яңы ғына бешереп, һыуын маһын өсөн таштабаҡҡа һалып, өҫтөн ябып, мейескә ҡуйған карту фын килтереп ҡуйҙы ла шунда уҡ сәй яһап ебәрҙе.
Сибғәт бабай менән беҙ икәү уның ашарға өндәүен көтөп тә тор май, ашарға керештек. Ашығыс ҡына эскән сәй араһында улар үҙҙә ренең ғаилә тормоштарын һөйләп алдылар. Уларҙың һөйләүҙәренә ҡарағанда, уларҙың ғүмерҙәрендә ете балалары булып, уларҙың бишәүһе төрлө ерҙә, төрлө ауырыуҙар менән сирләп үлгәндәр икән. Ете баланың икеһе иҫән булып, Зәйнәп исемле ҡыҙҙарын үткән йыл ғына кейәүгә биргәндәр, ул кейәүе менән икенсе бер приискыла тора икән. Сәфәрғәли исемле улдары өсөнсө йыл һалдатҡа алынып, ул хәҙерге көндә бынан «мең саҡрым» ерҙә, Ҡара диңгеҙ тигән диңгеҙҙең буйында, бер ҙә бындағы кешеләргә оҡшамаған кешеләр араһында, «Патом» (Батум) исемле ҡалала батша хеҙмәтенә грифтар (дусар) 122