Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 120.

казармаларҙа тора торған, уларҙың тән тамырҙарындағы ҡыҙыл ҡандар ағыулы һары һыуҙарға әйләнгәнгә күрә, яңы ғына оҙаҡ ауырыуҙан терелеп сыҡҡан кешеләр кеүек, һарғылт булып күренәләр ине...

Улар ауыр шарттарҙа байҙарға эшләп йөрөй торғас, үҙҙәренең ярты сәләмәтлектәрен юғалтҡан булһалар ҙа, кешелектәрен юғалтмау яғынан ҡарағанда, бик күп кешеләрҙән алда торалар ине.

Иртәнсәк, мин шахтаға төшкән саҡта, минең ҡурҡыуымды һиҙеп, минән уйнап көлгәндәре, мине күргәс: — Әле һин кире сыға алдыңмы ни? — тиҙәр. Ҡайһы берҙәре: — Ну, унда эштәр нисек булды? — тип һорайҙар. Минең өсөн үҙем менән бергә эшләгән ҡарт яуап биреп: — Егет молодчина күренә. Кемгә лә иптәш булырға ярарлыҡ, уны өйрәтеп тораһы ла юҡ!.. — тине.

— Шулай кәрәк! А то уҡыған кешеләрҙең күбеһе ҡамыр кеүек йомшаҡ булалар...

— Был улай түгел, тимер кеүек. Ул бәләкәй сағынан уҡ эшкә күне­ геп үҫкән. Мин уны һораштым.

— Ярай, Сибғәт бабай, йәш кешене эшкә өйрәт.

— Уны өйрәтәһе лә юҡ инде.

Мин уларҙың үҙем тураһындағы һүҙҙәренән үҙем көләм, үҙем һаман уларҙы үҙемә яҡын иптәштәр кеүек күрә барам. Уларҙың керһеҙ һүҙҙәре күңелгә яғымлы тойола.

Былар яҡшы, былар менән эшләү күңелле булыр, ләкин бына хәҙер ашарға юҡлыҡ эсте тырнай. Казармаға ҡайтып, уларҙың ашағандарын ҡарап ултырғансы, иртәнге аш ваҡытын шунда йөрөп үткәрмәксе булып киләм.

Сибғәт бабай (минең менән эшләгән ҡарт) минең хәлде аңлаған кеүек: — һуң һин кем менән ашап-эсәһең? Сәйнүк-маҙарың бармы?.. — тип һорап та алды.

— Хәҙергә мин яңғыҙ ғына. Сәйнүк-фәлән дә алғаным юҡ әле.

— Әйҙә, улай булһа, беҙгә. Нимәгә улай аҙашҡан ҡаҙ бәпкәһе кеүек яңғыҙ йөрөргә... Беҙҙең бында улай йөрөү килешмәй.

Мин уға күмәс-маҙар алырлыҡ аҡсам юҡлығын әйткем килмәне. Шуның өсөн: — Әле минең күмәсем дә юҡ. Лавкаға барып киләһем бар, — тинем.

— Унда барып йөрөмә инде, беҙҙә бар бит, әйҙә беҙгә барабыҙ, а то һуңға ҡалырһың.

Мин күп наҙланып торманым: — Ярай, улай булһа, һуңынан иҫәпләшербеҙ...

— Уныһын һөйләмә һин, әйҙә беҙгә.

121
Закрыть