Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 12.

— Тотоғоҙ, туҡматмағыҙ, әле хөкөм бөтмәгән... — тип ҡысҡырҙы. Уның шул һүҙенән һуң Ғәбдрахман бабай Фәхри бабайҙың ҡулындағы таяғын тотто. Ғәли хәлфә урынынан һикереп тороп, тиҙ генә Фәхри бабайҙың биленән ҡосаҡлап алып, бер яҡ ситкә тарта башланы.

Закир ағай, Ғәлимә апайҙың шул тиклем язаланыуын күргәс, сыҙай алмай ҡыҙып китеп, шулай табан бара башлағайны, уны бер нисә егет тотоп алдылар һәм үҙен саҡ-саҡ һуҡҡылап ташламанылар.

Фәхри бабай, бер нисә кеше араға төшөүгә ҡарамайынса, һаман Ғәлимә апайға ҡарай ынтыла, уны туҡмамаҡсы була ине, ләкин уны ебәрмәнеләр.

Был ваҡытта Ғәлимә апайҙың ярһып илауы, уның үҙәктәргә үтә торған тауышы бер нисә минутҡа бөтә халыҡты тын ҡалдырҙы. Тик эстәге ҙур ваҡиғаны күрергә теләп тышҡы яҡтан мәҙрәсәнең тәҙрәлә­ ренә тығылған сикһеҙ күп баштарҙың тәҙрәгә һуғылыуҙары ғына ише­ телеп тора ине. Сөнки шул аҙ ғына ваҡыт эсендә был хәбәр ауылдың бик күп халҡы араһына таралып өлгөргән, улар төн йоҡоларын ҡал­ дырып, ауылда бик һирәк йәки беренсе тапҡыр булған, мөһим һәм ҡурҡыныс эштең асылын үҙ күҙҙәре менән күреп, уйнашсылар тура­ һында шәриғәттең хөкөмөн һәм язаһын белеп ҡалырға йыйылған йөҙҙәрсә күҙҙәр эштең һуңы нисек булып бөтәсәғен көтәләр ине.

Фәхри бабайҙы бер яҡ ситкәрәк алып киттеләр. Ул бер нисә кеше­ нең ҡарауылы аҫтында тороуына ҡарамаҫтан, үҙен тотҡан кешеләрҙең ҡулдарынан ысҡынып, һарыҡ өҫтөнә ташланған бүре кеүек, Ғәлимә апайға һөжүм итеп, уны өҙгөләп ташларға әҙер тора ине.

Мәсьәләнең барған һайын тәрәнгә әйләнеүе, барған һайын ҡурҡы­ ныс төҫ алыуы йөрәктәрҙе тағы ла нығыраҡ ҡаҡтыра башланы. Был ауыр фажиғәнең, был ауыр күренештең осона сығыу хәҙрәттең ҡулы­ нан килә торған бер эш кеүек итеп, һәр кем уның йөҙөнә ҡараны.

Фәхри бабай һаман тыпырсына, һаман ҡалтырана, үҙе һуң дәрә­ жәлә асыу менән ярһып, бер халыҡҡа, бер Ғәлимә апайға ҡарай ине.

Ниһайәт, хәҙрәт тағы һүҙгә башланы һәм бик етди рәүештә: — Фәхри, һин сабыр ит. Был ҙур эш булһа ла, донъяла булмай тор­ ған бер эш түгел. Уның өсөн был турала шәриғәт хөкөмө бар. Бындай эште бик ныҡ тикшерергә кәрәк. Китапта, «Сабырлыҡ — Алланан, ашығыу — шайтандан тиелә», — тигәндән һуң, шаһиттарға ҡарап: — Һеҙ дөрөҫ әйтегеҙ, әгәр ҙә ялған һөйләһәгеҙ ҡаҙеф1 өсөн, үҙегеҙгә хәт лазым булып килә. һеҙ дошманлыҡ менән һөйләмәйһегеҙме?.. Шәри­ ғәт бик нескә ул, бындай ҙур эштәрҙә, йәғни гонаһы кәбаирҙәрҙә2, бик тикшереп хөкөм итергә ҡуша... — тип, оҙон итеп һөйләп алып китте.

1 Ҡаҙеф — боҙоҡлоҡ өсөн таш менән атыу.

2 Гөнаһы кәбаир — ҙур, бөйөк гонаһы.

13
Закрыть