— Теләһә ҡайҙа китһен, минең унда эшем юҡ. Батша миңә бер аҡса! — тигән һүҙҙе ысҡындырып ташланым. Ул собака минең шул һүҙемде эләктереп алды ла: — Ә-ә! Шулаймы ни?! Батша һиңә бер аҡса икән! Был зимагорҙың нәмә һөйләгәнен ишеттегеҙме? — тип шунда уҡ геүаһландырып та алды.
Мин әйтәм: — Әйттем шул, ҡыҙғас ниңә әйтмәйем! Юҡ ерҙә батшаны килтереп ҡыҫтырма! — тим.
— Ярай, күп һөйләмә. Судҡа барғас яуап бирерһең, — ти.
— Ярай, бирермен, — тим. Әйткән һүҙемде ҡайтарып алманым, эт алдында баш эйергә ғәрләндем.
Ул шунда уҡ приискылағы жандармды саҡырып алып килде лә, минең өҫтән акт яһап, прошение бирҙе.
Иптәштәр мине яҡлап: — Йә, ташлағыҙ инде, һин Сибғәткә үҙең элек килеп бәйләндең бит, — тип ҡараһалар ҙа булманы.
— Төрмә өйрәһен эсеп, бер аҙ донъя күреп ҡайтһын әле! — ти.
Мин дә сер бирмәнем: — Күрһәм күрермен. Беҙгә Себер ни, Сембер ни! — тип артынан ғәйрәт күрһәтеп ҡалдым.
Шул эш арҡаһында алты ай баструкта ятып сыҡтым. Шунан бирле штейгер тигән нәмә күҙемә күренеү менән сәстәрем үрә тора...
— Ну, ярай, завтрак етә торғандыр инде, тағы бер аҙ эшләп алайыҡ».
Ул ҡаҙый башланы, мин ташырға керештем.
Күп үтмәне, шахтаның өҫтөнән: — Завтракка звонок! Иптәштәргә әйтегеҙ!.. — тигән хәбәрҙе бир ҙеләр.
Ер аҫтындағы эшселәр, бер-ике минут эсендә шахта ауыҙына йыйылып, сират менән юғары сығарыла башланылар.
Миңә лә ер өҫтөнә сығырға сират килеп етге. Икенсе берәү менән мине һалмаҡ бадья аҡрын ғына юғары күтәреп алып менеп китте.
Өҫкә сығыу менән, ҡояш нурҙары беҙҙең күҙҙәрҙе сағылдырып ебәрҙе. Әкрен генә иҫкән ел биттәрҙе һөйөп китте.
Шахтала эшләп, ҡояшҡа сыҡҡан эшселәр төркөмөн беренсе тапҡыр күргәндә, ҡояш төшмәй торған келәт аҫтында һарғылт, зәғиф һәм нескә булып үҫкән үҫемлектәр күҙ алдына килде.
Был эшселәрҙең йәшерәктәренең йәки быйыл ғына эшләй башла ғандарының ҡандары һурылып өлгөрмәгәнгә күрә, үҙҙәренең тәбиғи төҫтәрен, биттәрендәге ҡыҙыллыҡтарын һаҡлаһалар ҙа, бер нисә йыл шунда эшләгәндәренең ҡандары һурылып, келәт аҫтында үҫкән зәғиф, һарғылт үләндәр кеүек булып ҡалғандар, йөҙҙәре һарғайған, күҙҙәре эскә батып ингән, икенсе төрлө әйткәндә, ер аҫтында күп эшләп, таш 120