Ҡарттың шахтаға төшөп эшләгән ваҡыттағы һүҙһеҙлеге бөттө. Ул хәҙер мин урап килгән һайын тип әйтерлек берәр һүҙ таба ла, бындағы эс бошорғос тынлыҡты юғалтып ҡуя.
Беҙ тағы бер аҙ эшләгәндән һуң штейгер1 килеп, эштең барышын һәм ҡаҙылып алынған ерҙәргә һуғылып килгән терәүҙәрҙең ҡуйылыш тарын, ҡаҙылған балсыҡтарҙың сифаттарын күҙенән үткәрҙе. Тегеләй- былай эшләнергә тейеш икәнен әйтеп, икенсе юлдарға инеп китте.
Ҡарт уның артынан ҡарап ҡалды ла: — Шул нәмәләрҙе күрһәм, йөрәгем тибә, мин улар менән бер ваҡытта ла тыныс ҡына һөйләшә алмайым. Улар бер ваҡытта ла беҙҙең положениеға инмәйҙәр, әйтер инем инде — тороп торһон...
— Ниңә улар улай булалар? — тим.
— Беләһең бит, байҙың ишек алдын һаҡлаусы эттәр байҙың үҙенә ҡарағанда ла уҫал булалар. Ул эттәр бер ваҡытта ла өрмәй тора алмай ҙар. Тик торһалар, уларҙың тамаҡ төптәре ҡысытып тора, күрәһең.
Мин, уның һүҙҙәренә ҡарата бер һүҙ ҙә әйтмәй, уның асыулы йөҙөнә ҡараным.
Ул үҙенең әйтәһе һүҙҙәрен әйтеп бөтөрмәгән рәүештә миңә ҡарап: — Уларҙың миңә күп этлектәре тейҙе. Мин уларҙың уҫаллыҡтары арҡаһында төрмәлә лә ултырып сыҡтым.
Ул мине үҙенең һүҙенә ышандырыр өсөн, минең һорағанды көтөп тә тормай һөйләп алып китге: «Шулай, Миәс тирәһендәге приискы ларҙа эшләп йөрөгәндә, бер штейгер эшселәргә килә лә бәйләнә, килә лә бәйләнә бит... Нисек әйтһәң дә уның яйына төшөп булмай. Шулай бер ваҡыт тағы килеп бәйләнде. Минең (бармағы менән тамаҡ аҫтын сиртеп) бер аҙ төшөрөп алған сағым ине. Был нәмәгә асыуым килде: — Вон отсюда! — тим. — Мы без вас та своя работа хорошо знаем, пожалуйста, не лай! — тим. Минең шул һүҙемдән һуң ул миңә ҡоторған эт кеүек екеренеп өҫкә ташланды. Шул саҡта үҙемде-үҙем белмәй салт берҙе яңағына... Ул ваҡытта беләктәрҙең таҙа сағы. Малай осоп барып төштө. Урынынан тороп, тағы йәбешергә теләгәйне, ҡолаҡ төбөнә тағы берҙе тондорҙом. Опять тәгәрәп китте. Иптәштәр килеп, аралап алмаһалар, тағы ла нығыраҡ биреп, тештәрен һурмаҡсы инем. Ул мине былай еңә алмағас: — һин эштән баш тартаһың. Был алтын государствоға китә. һин батшаға ҡаршы киләһең. Мин һинең башыңды төрмәлә серетер мен! —тип, миңә янарға кереште.
Ҡыҙған баш — ҡыҙған: 1 Штейгер — руда ҡаҙыу эштәрендәге техник яҡтарҙы ҡарап йөрөүсе кеше. (М. Ғафури иҫкәрмәһе) 119