Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 117.

да иркенәйгән, үлемдән аҙ ғына булһа ла алыҫлашҡан кеүек булып китәһең.

Ҡарт өйрәнгән. Ул, һис бер нәмә уйламаған кеүек, үҙенең эшен дауам иттерә. Ҡайһы ваҡытта хәле бөткән кеүек ғыжлап, йүтәлләп ҡуя. Шундай ваҡытында, кәйләһен алдына ҡуйып, тәмәкеһен төрөп алала, аҡрынлап ҡына тарта-тарта минең эшләгәнемде ҡарап тора. Ул нимә уйлай торғандыр, уны белмәйем. Ә үҙем ул ҡартты ҡыҙғанам. Уны ер аҫтының был ауыр эшенән ҡотҡарып алғым килә.

Байтаҡ эшләгәндән һуң, ҡарт миңә ҡарап: — һин, туған, бер аҙ эшлә лә, хәл йыйып ал. Байҙың эшен ни тик­ лем эшләп тә бөтөрөп булмаҫ. Был ер аҫты күпме генә эшләһәң дә бөтмәй ул... — тип миңә ултырырға ҡушты.

— һин ҡаҙыған ҡомдарҙы ташып бөтөрә барырға кәрәк бит, — тим.

— Ничево, бөтөр әле. һин бик уңған егет күренәһең, шулай кәрәк ул. Мин үҙем ебеп торған кешене яратмайым. Шунда ла хәл йыя-йыя эшләгән яҡшы. Әйҙә, шунда ултыр ҙа ял ит.

Уның һүҙен ҡаҡманым, хәл йыйырға тип уның ҡаршыһына ултырҙым.

— һин элек шахтала эшләмәгән булһаң, ҡурҡа торғанһыңдыр әле? Башлап эшләгәндә ҡыйын була ул. Мин үҙем дә башта бер аҙ шөрләй торғайным, — тип ҡарт һүҙ башлап ебәрҙе.

— Улай бик ныҡ ҡурҡмайым. Шунда ла емерелеп китер кеүек күренә. Шул тиклем ҡалын ерҙе был терәүҙәр әле лә күтәреп торалар әле, — тинем.

Ҡарт көлә: — Терәүҙәр тотмай уны, ер үҙен үҙе тота. Был терәүҙәргә ҡалһа, пустяк ул. Былар тик өҫтән балсыҡтар ишелеп төшмәһен өсөн генә ҡуйылып баралар. Был шахтала бармаҡ шартлатып һикерә-һикерә эшләргә була. Ҡаҙыла торғас, ер аҫты селтәрләнеп, ҡаҙылмаған ерҙәр һаҡлыҡ өсөн унда-бында йыуан бағана кеүек булып ҡына ҡалалар әле. Бына шул саҡта бында эшләү хәтәргә әйләнә. Ул ваҡытта был терәүҙәр үҙҙәре үк ҡурҡыныстың яҡын икәнен алдан хәбәр биреп ҡуялар. Мин инде шахталарҙа күп йөрөнөм. Ҡарт айыуҙар ҙа ер аҫтында минең кеүек оҙаҡ йөрөмәгәндәрҙер. Был шахтала үҙ өйөңдә ултырып эшләгән кеүек эшләргә ярай.

Беҙ уның менән яҡынлашып киттек. Ул тәмәкеһен тартып бөтөрҙө лә, тағы үҙенең эшенә тотондо. Мин хәҙер ер аҫтында йөрөргә өйрәнә башланым. Ҡарттың теге һүҙҙәренән һуң күңелдәге ҡурҡыу ҙа бөтә төштө.

Ҡомдарҙы силәккә тултырғанда ла, шахта ауыҙына алып барып бушатҡан ваҡытта ла, ҙур алтын киҫәге табырмын кеүек, һарыраҡ кү­ ренгән таштарҙы алып ҡарайым. Улар минең күҙгә һары самородок кеүек булып күренәләр. Ләкин уларҙың береһе лә самородок булмайҙар.

118
Закрыть