бер ҡасыр ер юҡлығын, әгәр ингән юл ишелеп ҡалһа, мәңге шул урында тороп ҡалырға, тын бөтөп үлергә тура килеүен уйлап ҡурҡам, тәндәр сымырлап китә. Ҡарттың йөҙө һаман ер өҫтөндәге кеүек, ул өҫтәренә ҡояш нурҙары яуып торған сәскәләр уртаһындағы кеше кеүек, асыҡ йөҙ менән балсыҡ өҫтөнә ултырып, тәмәке төрөп тоҡан дырып ебәрҙе. Унан һуң яйлап ҡына бишмәт сабыуҙарын ҡайтарып, билғауына ҡыҫтырҙы. Күн бейәләйҙәрен кейеп, кәйләһен ҡулына тотҡандан һуң, ергә теҙләнеп ултырҙы ла, миңә ҡарап: — Ну, ярай, ҡустым, һин шул балсыҡтарҙы шахта ауыҙына ташый башла инде. Ике арала абайлап йөрө. Өйрәнмәгән кеше башын-күҙен бәрә торған. Бара-бара өйрәнерһең әле. — Ул һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң теҙҙәренә уңайһыҙлыҡ килтерә торған ваҡ таштарҙы ҡулы менән ике яҡҡа һепереп, тағы ла ипләп теҙләнде, кәйләһен уңайлап тотто ла, ер яратылғандан бирле миллиондарса тонналар тупраҡ, балсыҡ, таштар аҫтында ҡыҫылып тыныс ятҡан, ваҡ таштар менән бергә уҡмашып ҡатҡан балсыҡтарға сыҡ-сыҡ бәреп төшөрә башланы. Кәйләнең таш тарға бәрелеүҙән сыҡҡан тауыш ер аҫты юлдары менән китеп яңғырай башланылар. Уның эшкә сыныҡҡан һәм һәләтле ҡулдары бик етеҙ йөрөйҙәр. Ваҡ таш ҡатыш балсыҡтарҙы умырып-умырып төшөрәләр ине.
Мин ул ҡаҙыған балсыҡтарҙы ҡыҫҡа һаплы кәрәк менән силәккә тултырып, ҡармана-ҡармана шахта ауыҙына ҡарай киттем. Шахта ауыҙына яҡын ҡуйылған лампа менән ҡарт эргәһендәге лампа ара һындағы ун-ун биш сажин самаһы юлды ул лампаларҙағы (фонарь) яҡтылыҡ яҡтыртып бөтә алмағанға күрә, был ике араны бик абайлап ҡуна барырға тура килде. Башты эйә төшөп, бөкрәйеп, бер нисә бот самаһы балсыҡты күтәреп йөрөүе башта бик ауыр тойолдо, һаҡ ланып йөрөүгә ҡарамаҫтан, штольняның өҫтөнә теҙелгән ағастарға баштың бәрелгәнен һиҙмәй ҙә ҡалам. Ике араны бер нисә тапҡыр әйләнгәнсе, минең баш бер нисә ерҙән күбеп сыҡты.
Башта тыныс ҡына торған ер аҫты, эшселәр эшләргә керешеү менән, үҙенең мәңгелек тынлығын юғалтты. Төрлө яҡҡа таралған юлдарҙың һәр береһенән, дөп-дөп иткән тауыштар сығып, селтәрлә неп бөткән ер аҫтында әйләнеп йөрөй башланылар. Әллә ҡайҙағы ҡараңғылыҡ эсендә йүткергән, йәиһә кемдәрҙендер һөйләшкән тауыштары ер аҫтына йән индерҙе. Ҡайһы ваҡытта йыуан терәүҙәр, ни эшләптер, шытыр-шытыр итеп тауышланып ҡуялар. Уларҙың тауыштарын ишетеү менән йөрәк жыу итеп китә. Шахтаның өҫтө убы лып, бындағы эшселәрҙе һытыр кеүек була.
Шахта ауыҙының тирәһе төрлө яҡтан ташылған алтын ҡомдары менән ҡаплана бара. Унда бер нисә кеше был ҡомдарҙы ҙур бадьяларға тултырып, юғары ебәрәләр ине.
Шахта ауыҙынан юғары ҡарап, ер өҫтөндәге яҡтылыҡтың кескенә сатҡыларын күреү күңелде рәхәтләндереп ебәрә. Бер аҙ булһа ла тын 117