Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 115.

Шахтаға түбән төшкән һайын ҡараңғылыҡ арта. Йөрәк ҡурҡыу ҡатыш ҡыҙыҡһыныу менән тибә, үҙеңде кире сыға алмаҫлыҡ тәрән бер упҡынға төшөп, юғала барған кеүек һиҙәһең. Күҙҙәр ихтыярһыҙ юғары күтәрелеп, ерҙең өҫтөнә ҡарайҙар. Ҡояштың ер өҫтөнә һыймай торған мул һәм көслө яҡтылығы бында бер генә тамсы нурын да тура­ нан-тура бирә алмай. Юғарылағы яҡтылыҡ, кескенә йондоҙ кеүек йылмайып, ялтырап ҡына күренә.

Бадья ергә барып бәрелгәс, бер яҡҡа ауышып китте, беҙҙән элек төшөп, төрлө яҡҡа таралған тар һәм тәпәшәк кенә штольня1 буйлап, үҙҙәренең эшләй торған урындарына китергә әҙерләнеп, кескенә лампаларын ҡабыҙған эшселәр ҡурҡыныс бер ҡиәфәттә күренәләр. Ер аҫты донъяһын, үҙҙәренең көндөҙ тора торған икенсе казармалары кеүек күреп, унда йөрөргә, эшләргә өйрәнеп бөткән эшселәр, минең, ни эшләргә белмәй, ҡурҡыуҙа тороуымды һиҙеп: — Ну, егет, төшөүен төштөң дә, нисек сығырһың икән?.. — тип, минән көләләр һәм шул һүҙҙәренә өҫтәп: — Ҡараңғыла эшләһәң, яҡты донъяның ҡәҙерен яҡшыраҡ беләһең уны!.. — тиҙәр.

Улар был һүҙҙәрен уйнап әйтһәләр ҙә, уларҙың был һүҙҙәре ысын­ дыр, мин бынан тиҙ генә сыға алмамдыр кеүек булып күренде.

Забойҙа эшселәр, шахтаның төрлө тармаҡтары буйлап, ер аҫты- ның төрлө ҡараңғы мөйөштәренә инеп юғалдылар.

Мин уның ҡаҙыған алтын балсыҡтарын ташыясаҡ ҡарт яйлап ҡына лампаһын тоҡандырҙы ла: — Силәгеңде ал да, минең артымдан эйәр, башыңды түбән бөгөп бар. Бында башыңа бәреүселәр күп булыр, — тип алға китте. Мин, уның ҡулына тоткан лампаһының яҡтыһына ҡарап, артынан эйәрҙем.

Беҙ шулай «Мең дә бер кисә» хикәйәһендә тасуир ителгән «хазина»ны һәм «серле йөҙөк»тө эҙләп, «тылсымлы мәғәрә»гә ингән Мәғриби кеүек, ҡараңғы һәм тар ғына юл менән алға киттек.

Мин уның артынан барам. Үҙем: «Яҡты донъя менән беҙҙең араны ниндәй ҡалын ер ҡаплаған, беҙҙең өҫтөбөҙҙә ауырлығы аҡылға һый­ маҫлыҡ таш һәм тупраҡ ҡатламдары тора. Әгәр ҙә өҫтөбөҙгә ишелеп төшә ҡалһа!..» — тип, ҡурҡам һәм «хәҙер ер өҫтөндә, ҡояш яҡтыһында, сикһеҙ киңлектә йөрөгән кешеләргә ниндәй күңеллелер...» — тип уйлайым. Бында тын алырға һауа етмәгән кеүек һиҙелә. Ике яҡлап теҙелгән йыуан терәүҙәр ҡабырғанан килеп ҡыҫырҙар кеүек күренәләр.

Ҡарт кисә ҡаҙып туҡтаған урынына етеп, кескенә лампаһын йыуан терәүгә ҡаҡҡан ҡаҙаҡҡа элеп ҡуйҙы ла, тирә-яғына ҡаранып алды. Шул арала миңә лә күҙен төшөрөп, беҙҙең эш ошо инде, тигән уйҙы аңлатҡандай булды. Мин һаман үҙемде хәҙер генә батырға торған карап өҫтөндә торған кеүек һиҙәм. Улай-былай хәл булһа, һис 1 Штольня — кәрәкле руданы ҡаҙып, алға барылған юл.

116
Закрыть