Мин үҙемдең элек төрлө ерҙә эшләүҙәремде, заводтарҙа балсыҡ ташыу, кирбес һуғыу кеүек эштәрҙә йөрөүемде әйтеп бөткәс, ул минең эшкә яраҡлы булыуыма ышанған бер төҫ алды, ләкин үҙе һаман асыҡ яуап бирмәй ине әле.
Ҡарауылсы ҡарт сыҙай алманы: — Ул күпте күргән егет. Йәш булһа ла, рудниктарҙа эшләгән ул, — тип, минең һүҙҙәремде дөрөҫләп ҡуйҙы.
— Шахтала эшләгәнен бармы?
— Уныһы юҡ.
— Унда эшләй алырһыңмы?
— Ниндәй эш?
— Ҡаҙылған алтын ҡомдарын шахта ауыҙына ташыу эше.
— Ниңә эшләй алмаҫҡа? Эшләйем.
Эш эҙләү мәсьәләһе шуның менән сиселде. Ул миңә иртәгә иртүк эшкә килергә ҡушты. Мин эшкә килергә вәғәҙә биреп конторанан сығып киттем.
«Шахта! Мин уның ни рәүешле икәнен күҙ алдыма килтерә алмайым. Ҡойо кеүек тәрән бер ергә төшөп китәһең, уны беләм. Аръяғы ҡараңғы... Башҡалар эшләгәнде мин ниңә эшләмәҫкә?» тигән уйға килдем дә, казармаға ҡайттым. Хәҙер үҙемде эш кешеһе, башҡа эшселәр менән казармала торорға хаҡлы бер кеше итеп һиҙә инем.
Хәҙер мин, үҙемдең эш табыу шатлығымды уртаҡлашыр өсөн, иптәшемдең ҡайтыуын көтә инем. Кис булды, ҡояш батыр ваҡыт яҡынлашты. Эшселәр эштән туҡтанылар, ләкин ул һаман ҡайтманы. Мин уның ҡайтыуынан өмөт өҙөп, яңғыҙ көн күреүем, бөгөн нәмә менән тамаҡ туйҙырыуым тураһында уйларға керештем. Минең яңғыҙлыҡтан әсемдең бошҡанын һәм кешеләр ашаған ваҡытта аша май тороуымдан тоғомдоң буш икәнен эшселәр ҙә һиҙҙеләр буғай, улар берәм-берәм минең хәлде һораша башланылар.
Мин уларға ашамлыҡ нәмәм юҡ икәнен әйтмәһәм дә, улар шуны һиҙенеп, мине сәй эсергә ҡыҫтарға керештеләр.
Мин дә артыҡ наҙланып тормай, улар эргәһенә ултырып сәй эстем дә, иртәгә эшкә барасағымды уйлап, тап кисәге күренештәге казармала йоҡларға яттым.
* * * Иртән иртә торолдо. Мин контораға барғанда, теге урыҫ ҡарт эшселәр менән һөйләшеп ултыра ине. Ул мине шул эшселәрҙең бере- һенә тапшырҙы. Оҙаҡ та тормай беҙ был эшсе менән шахтаға киттек. Шахтаға барып еткәс, теге кеше миңә ҡыҫҡа һаплы кәрәк бирҙе һәм сығырға уралған оҙон арҡандың башына беркетелгән ҙур бадьяға ултырып, сығырҙы әйләндереп түбән төшөрә башланы. Мин бадьяға ултырып, арҡанға тотоноп, ҡараңғы ер аҫтына төшөп киттем...
115