Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 113.

— һеҙгә бөгөн эш булманымы әллә, нәмәгә аптырашып тораһы­ ғыҙ?

— Бөгөн булманы, иртәгә буламы-юҡмы, уны ла белеп булмай әле...

— Улай булһа, бына бынан биш саҡрым ерҙә Иванов приискыһы бар. Тотоғоҙ ҙа шунда барығыҙ. Ул яңы асылған приискы, унда эш күп. Иптәшем ауырымаған булһа, мин дә шунда китер инем. Ауырыу иптәште кем ҡулына ҡалдырып китәһең. Черт возьми, бөгөн дә эшкә сығып булманы. — Етеҙ егет, шул һүҙҙәрҙе әйтте лә, ашығыс рәүештә казармаға инеп китте.

— Ну, ни эшләйбеҙ? — ти иптәш. — Тоторға ла шул егет әйткән при­ искыға китергә кәрәк. Баҙар мәхәлләһенән киткән беҙҙең яҡташтар ҙа, моғайын, шундалыр.

— Иң элек сәй эсеп алайыҡ әле. Унан һуң ҡарарбыҙ.

— Мин үҙем шунда китеү яғында, бында эш буламы, юҡмы, тип көтөп торғансы, унда барып эшләргә керешербеҙ.

— Мин китмәү яғында, унда ла беҙҙең барыуыбыҙға эш әҙерләп ҡуймағандарҙыр...

Беҙ шулай икебеҙ ике фекерҙә булып, сәй ҡайнатырға керештек.

Ул арала иртәнге аш ваҡыты еткәнен белдереп, ҡыңғырау һуғы­ лып, звонок булды.

Сәй янында, иптәшем Зиннәт Иванов приискыһына китергә, унда эш булһа, миңә хәбәр итергә, булмаһа, кире ҡайтырға, ә мин хәҙергә бында торорға ҡарар бирҙек.

Мәсьәлә тиҙ өҙөлдө: сәй эсеп бөткәс тә, ул үҙенең буш тоғо менән сәйнүкте арҡаһына аҫып, Иванов приискыһына китте, мин казарма янында ҡалдым...

Эшһеҙ ҙә, яңғыҙ ҙа тороу ауыр. Шуға күрә казарма тирәһендә әйләнгеләү тиҙ ялҡытты. «Ниңә һуң былай йәнһеҙ торорға, эҙләнергә кәрәк», — тинем дә, туп-тура приискы конторына киттем.

Мин контораға барып ингәндә, ҡарауылсы ҡарт, тәбәнәгерәк, уйсан ғына бер урыҫ менән нимәлер шунда һөйләшеп тора ине. Ул теге урыҫ менән һүҙен бөтөрҙө лә, миңә ҡарап: — Мин әйткән кеше ошо була инде, үҙенә әйттегеҙме әле?

-Ю ҡ.

— Иптәшең ҡайҙа һуң?

— Ул, эш булмаҫмы икән, тип, Иванов приискыһына китте әле.

— Юҡҡа унда киткән, бында ла эш булыр ине.

Ул һүҙҙе артыҡҡа һуҙманы: теге урыҫҡа ҡарап минең эш эҙләп килгән бер уҡыусы икәнемде әйтеп тә бирҙе.

Ҡарттың был һүҙҙәренән һуң, теге урыҫ миңә баштан-аяҡ ҡарап алды ла: — Элек эшләгәнен бармы? — тип минең эшкә яраҡлы булыу-бул- мауымды асыҡ белергә теләгән рәүештәге һорауын бирҙе.

114
Закрыть