Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 112.

Күрәһең, ҡарттың эше төнгө ҡарауылсылыҡ менән генә сиклән­ мәй, уға башҡа хеҙмәттәр ҙә ҡушалар.

Ҡарт, тәҙрәләрҙе япҡандан һуң, тағы беҙҙең эргәгә әйләнеп килде лә: — Һеҙ, егеттәр, берәр кешене көтәһегеҙме әллә? — тип, беҙҙең бында ултырыуыбыҙҙың сәбәбен һораны.

— Эйе, управляющийҙы көтә инек.

— Ул бит кисә «Балҡан»1 приискыһына китте. Ике-өс көнһөҙ ҡайтмаҫ.

— Улай икән. Беҙ уның үҙен күреп, эш һорамаҡсы инек.

— һеҙ лутчы Иванды күреп ҡарағыҙ. Ул күпте күргән кеше, һеҙгә эш бирер.

— Уны ҡайҙа күреп була һуң?

— Ул иртүк тороп, яңы асылған шахталарҙы ҡарарға киткәйне, иртәнге ашҡа ҡайтыр.

Беҙ бүрәнәләр өҫтөнән торҙоҡ та, бабай менән иҫәнләшеп, шунан алыҫ түгел, вашгердтар2 теҙелгән быуаға ҡарай йүнәлдек.

Быуа тирәһенә рәттән теҙелгән вашгердтар эргәһендә алтын йыуыусы ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр мыжғып эшләйҙәр ине. Беҙ ситтә­ рәк тороп, уларҙың эшләүҙәрен ҡарап торҙоҡ. Рәттән, һәр ваҡытта приискыла тороп эшләүсе ғаиләлеләр казармаһындағы ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә Хәҙисә лә бар ине. Уларҙың машиналашҡан ҡулдары тимер торбанан ағып төшкән һыуҙарҙы уйнаталар, сығырлап торған таш ҡатыш балсыҡтарҙы тимер иләктең бер яғынан икенсе яғына йүгертеп, өйрәнмәгән тештәрҙе сағылдыралар ине.

Эшһеҙ көйөнсә, эшләгән кешеләргә ҡарап тороу уңайһыҙ булғанға күрә, беҙ күберәғе төҙөүселәр тора торған землянкалар араһынан урап, баяғы уңайһыҙ казармаға ҡайтып, уның эсенә инге килмәй, ишеге төбөнә ултырып кәңәшкә керештек.

— Йә, инде ни эшләргә? — ти иптәш.

— Ни эшләргә, бөгөн эш булмаһа, иртәгә булыр әле.

— Ә бит беҙҙең бер генә ашарлыҡ күмәс бар. Уның менән нәмә эшләй алабыҙ?

Беҙҙең күҙҙәребеҙ бер-береһенә ҡараштылар ҙа, телдәр һөйләүҙән туҡтанылар. Беҙ шулай уйҙа торғанда, теге таҙа егет, ике ҡаҙаҡ сама­ һында керәндил һәм башҡа нәмәләр алып ҡайтып казармаға инәм тигәндә, беҙҙе күрҙе лә, ҡаршыбыҙға килеп туҡтаны.

1 «Балҡан» Рәмиевтәрҙең күп приискыларынан береһенең исеме.

2 «Вашгерд» — һыуҙы ҡул менән тартып, алтын ҡомон ябай юл менән йыуа торған тимер иләкле, ауыҙы асыҡ ҙур йәшник кеүек бер нәмә. Вашгердта, ғәҙәттә, өс кеше эшләй. Машиналашҡан ерҙәрҙә был ысул бөтә бара. (М . Ғафури иҫкәр­ мәһе) 113
Закрыть