Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 111.

кешеләрҙең кәүҙәләре шулай булмай, нисек булһын? Улар беҙҙең урында берәр генә ай эшләп ҡараһындар ине, көйәнтә кеүек бөгөлөп төшөрҙәр ине.

Бабайҙың йөҙөнә асыу билдәһе сыҡты: — Ҡуй инде уларҙы! — тип, үҙе лә һиҙмәйенсә, ҡулын һелтәп ҡуйҙы.

— Үҙҙәре менән һөйләшеп ҡарағаның юҡмы һуң?

Бабай, беҙҙең нимәлер аңлай алмағаныбыҙҙан аптыраған һымаҡ, беҙҙе мыҫҡыл иткән кеүек көлә төштө лә: — Рәзве байҙар, беҙҙең кеүек кешеләрҙе һағынып, беҙҙең менән һөйләшеп торалар?! Байҙар түгел, уларҙың һәнәктән кәрәк булған конторщиктары ла беҙҙең кеүек кешеләр менән рәтләп һөйләшмәйҙәр. Әле бер көн жалованиемды 15 һум яһағыҙ тигәйнем: «Бабай, һин байҙарҙың һанауһыҙ малдары бар, тип беләһеңме әллә? Биргәнгә ҡәнәғәт итеп, шул урында тора гына бир инде. Әле беҙ һине ҡыҙғанып тотабыҙ. Юғиһә, ул урынға инеүсенең иҫәбе юҡ...» тип, үҙемдән көл­ дөләр генә. Байҙар улар, үҙҙәренең эттәре менән көлә-көлә уйнаһалар ҙа, беҙгә бер һүҙ ҡушырға ла ғәрләнәләр...

— Күпме жалование алаһығыҙ һуң, бабай?

— Ун ике һум...

Һүҙ шунда еткәндә, кескенәрәк йәшел түбәле өйҙөң, эске яҡтан этәргән бер ҡул менән, тәҙрә ҡанаттары асылып киттеләр.

Тәҙрә асыусы кешенең, иң элек, ап-аҡ беләкле ҡулы, уның арты­ нан ике яҡ иңенә ябырылып төшкән ҡап-ҡара сәстәре уртаһынан ай кеүек балҡып торған йөҙө күренде. Тәҙрәне асыусы кеше — йәш кенә матур бисә ине.

Ул тәҙрәнән башын сығара төшөп, нәмәлер эҙләнгән рәүештә ишек алдына ҡарап алды. Унан һуң күҙҙәрен беҙ ултырған яҡҡа ташланы ла, ҡулы менән өйҙөң ҡояш сығышы яғына ишара итте. һуңынан ҡоласын айыра төшөп, устарын йәйеп, тағы ла ҡулдарын бергә килтереп ҡушты ла артҡа сигенде.

Беҙ уның ул ишараһынан бер нимә лә аңламаныҡ.

Уның йылы түшәктән яңы ғына торған кәүҙәһен күргәндән һуң иртәнге һалҡын менән өшөп, ҡыуырыла төшкән тәндәр, әллә ниндәй йылылыҡты иҫкә төшөргән кеүек сымырлап киттеләр.

Ҡарауылсы бабай ул бисәнең ишараһын шунда уҡ аңланы: — Ул миңә ҡояш сығышы яғындағы тәҙрәләрҙе ябырға ҡуша. Улар ҡояш яҡтыһынан ҡасалар, йоҡлай алмайҙар. Бер уянғастын, тағы нисек итеп ятаһылары килә икән... — тип һуҡрана-һуҡрана тороп китте лә, ҡулындағы таяғын ҡоймаға һөйәп, тәҙрә ҡапҡастарын ябырға кереште.

Ғүмергә эшләгән... төн буйы ҡарауылда торған ҡарт!..

Ҡояш нуры аҫтында йоҡлай алмаған наҙлы бисә!..

Бер-береһенә ҡапма-ҡаршы булған был ике төрлө тормош күңелде болғандырып ебәрҙе.

112
Закрыть