Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 110.

— Ҡырҡ йыл күп ғүмер шул, ул ғүмер эсендә күп ерҙәрҙе күргән­ һеңдер инде, бабай? — тинек.

Ул үҙенең эсендә һаҡланған ваҡиғаларҙың ауыр йәрәхәттәрен беҙҙең менән уртаҡлашҡыһы килгән бер сифатта, үҙенең тарихын һөйләп алып китте.

Ул Урал эсендәге заводтарҙың береһендә ун йыл хеҙмәт иткәндән һуң, «Ҡусҡар» приискыһындағы алтын шахталарында егерме биш йылдар забойщик булып эшләүҙәрен, унда эшләгәндә, забой ишелеп, бер тәүлек ер аҫтында ятҡандан һуң ғына ҡаҙып алыуҙарын, шунан һуң бер ваҡыт таш аҫтында ҡалып һулаҡай ҡулының һыныуын, шунан зәғифләнеп, башҡа эшкә яраҡһыҙ булып ҡалғанлыҡтан, бынан биш йыл элек ошо приискыға инеп, ҡарауылсылыҡҡа ялланып, шунан бирле ҡарауылсы булып тамаҡ туйҙырыуын әрнеүле рәүештә һөйләп бирҙе лә: — Кеше, күрәһен күрмәй, гүргә инмәй, тигәндәре дөрөҫ икән, тағы ниҙәр күрәсәгем бар икән?.. — тип, ҡояш аҫтына күмелгән йәшел түбәле йортҡа ҡараны һәм улар өҫтөндә рәнйешле күҙҙәрен йөрөтөп алғандан һуң: — Йәш ваҡыттарҙы һағынам, ҡарт көнөндә көҙгө, ҡышҡы ям­ ғырлы, буранлы оҙон төндәрҙе шул йорттарҙың әйләнәһендә йөрөп үткәреү миңә йәш сағымдағы һикһән аршин тәрәнлектә булған шах­ таларҙа таш ватып йөрөүҙән дә ауыр. Ул ваҡытта мин уйҙың, ҡайғы­ ның нәмә икәнен дә, арыу-талыуҙы ла белмәй инем. Хәҙер ул йорттар әйләнәһендә йөрөп арыйым. Төндәр буйы үткән ғүмерҙәрҙе уйлап үткәрәм, — тип тағы шул йорттарға ҡарап алды.

Бабайҙың ҡиәфәте беҙгә тағы ла ҡыҙғанысыраҡ булып күренде. Уның һүҙҙәрен тыңлап ултырыу бик-бик ауыр булып бәрелде. Беҙ үҙе­ беҙҙә уның үткәргән ауыр тормошоноң йөрәгендә ҡалдырған йәрәхәт­ тәрен һыҙлатмаҫлыҡ, уның моңдарын уртаҡлашырлыҡ бер нәмә лә таба алманыҡ. Артыҡ бер нимә лә әйтергә белмәй: — Шулай инде, бабай... Ә һуң ул йорттарҙа кемдәр торалар? — тигән һорауҙы бирҙек.

Бабай бер аҙ һүҙһеҙ торғандан һуң, ҡулын йорттарға ҡарай һуҙып: — Ана, ул йорттарҙың иң ҙурыһы йыл буйына кешеһеҙ тора.

Ундағы нәмәләр боҙолмаһын өсөн, ҡыш буйы тиккә яғып сығалар.

Ул йорт йәй көндәрендә, байҙар үҙҙәренең ғаиләләре менән ҡунаҡ булып килгән саҡтарҙа ғына асыла. Улар бында килеп, ике-өс аҙна тороп, эштәрен ҡарап «Балҡан» приискыһындағы имениеларына китәләр... Ҡалған йорттарҙа приискының управляющийҙары, контор- щик-маҙарҙары торалар.

— Байҙар ниндәй кешеләр һуң? — тинек.

— Уларҙың ниндәй кешеләр икәнен ҡайҙан беләһең?.. Былай сит­ тән ҡарап тороуға бик кәттә егеттәр күренәләр. Кәүҙәләре балауыҙ шәм кеүек тура булып тора. Ғүмер буйына арҡырыны буйға алып һалмаған 111
Закрыть