— Уныһы шулай инде, хәҙрәт, беҙ уларҙы күрҙек, — тинеләр.
Шул ваҡытта Закир ағай, ҡурҡҡан рәүештә аҡрын ғына бер тауыш менән: — Юҡ, хәҙрәт, нахаҡ әйтәләр, беҙ һөйләшеп кенә ултыра инек. Былар шул ваҡытта үслек менән... — тип, һүҙ башлағайны, теге кеше ләр берҙән: — Тик тор һин, ҡара йөҙ!.. Бында килеп, оялмай һүҙ һөйләгән булаһың тағы! — тип шаулаша, ҡотороша башланылар. Әгәр хәҙрәт урынынан тороп: — Сабыр итегеҙ, шауламағыҙ! Шәриғәт хөкөмөн көтөгөҙ, — тип тынысландырмаһа, Закир ағайҙы шунда уҡ һуҡҡылап, туҡмап таш лаясаҡтар ине.
Шул ваҡытта Ғәлимә апай бик әрнеүле, үҙәк өҙгөс тауыш менән: — Эй, Хоҙайым, нахаҡ бәлә яғалар... Беҙҙең бер гонаһыбыҙ ҙа юҡ... — тип, илап ебәрҙе, тик уның һүҙҙәрен һәм әрнеп илауын: — Юҡ икән!.. Башҡа нәмә кәрәк инде?
— Шәриғәттә шулай ултырырға ярай икән!
— Күрәһең, ҡыҙҙарға шулай кәрәктер!
— Бына шәриғәт нәмә әйтер бит? — тигән тауыштар ҡапланы.
Ғәлимә апай менән Закир ағайҙың үҙҙәрен аҡлар өсөн әйткән һүҙ ҙәре халыҡтың асыуҙарын ғына ҡабартты. Хәҙрәт тағы ла урынынан тороп, халыҡты тыныслыҡҡа өндәне һәм үҙе нәмәлер һөйләргә генә керешкәйне, мәҙрәсәнең ишеге асылып: — Ҡайҙа ул ҡара йөҙҙәр?! — тип аҡырған тауышҡа уның һүҙе бүле неп ҡалды. Бөтә халыҡ һиҫкәнеп, ишектән ингән кешегә ҡаранылар.
«Ҡайҙа ул ҡара йөҙҙәр?!» тип аҡырып инеүсе кеше Ғәлимә апайҙың атаһы Фәхри бабай ине. Мин уның ҡот осҡос, ҡурҡыныс күҙҙәрен, ағарған йөҙөн, һуң дәрәжәлә асыуланып әйткән һүҙҙәрен күреп, ултырған урыныма һеңеп, әллә ҡайҙа батып киткән кеүек булып ҡалдым.
Ғәлимә апай, Фәхри бабайҙың (атаһының) һүҙҙәрен ишетеү менән мейескә ҡарай һырыҡты, ҡалтырана башланы.
Фәхри бабай, шулай асыуланып инеү менән, бөтә халыҡты ашар ҙай булып, тирә-яғына ҡарап алды; күҙҙәрен Ғәлимә апайға терәп, берәй минут самаһы ҡарап торҙо ла, һуңынан ҡапыл ғына Ғәлимә апайға ҡарай ынтылып: — һин, ҡара йөҙ, ҡарт көнөмдә аҡ һаҡалыма оят килтерҙең, бөтә ғәләм алдында рисуай иттең! — тип, ҡулындағы таяғы менән Ғәлимә апайҙың арҡаһына бирә башланы. Бындағы халыҡ уның был эшен һиҙмәй ҙә ҡалған кеүек булдылар. Гүйә, былар бөтәһе лә: «Ата булғас, шулай итергә хаҡлы инде, Фәхри ҡарт шәриғәт буйынса шулай туҡ марға тейеш шул», тип, бер аҙ туҡмағансы ҡарап торҙолар.
Шул саҡта, иҫ киткес әсе тауыш менән үкһеп илаған Ғәлимә апайҙы күреп, мин дә илай башланым. Хәҙрәт урынынан ҡуҙғалып: 12