һөйләшкән «мәрйәләр»ҙе күреп ғәжәпләнһәм дә, һуңынан быларҙың приискынан өс саҡрым ерҙә булған керәшен ауылының ҡатын-ҡыҙ- ҙары икәнлектәрен белгәс, «татарса белгән мәрйә ҡыҙҙары»ның кемдәр икәненә төшөндөм...
Оҙаҡ көттөрмәй, контора ишеге асылып, таҙа кәүҙәле, ҙур мыйыҡлы, ялтырауыҡлы күҙле, өҫтөнә күн бишмәт (тужурка), аяғына оҙон ҡуныслы итек кейгән бер кеше сығып, күтәрмәгә баҫты.
Эш эҙләп көнлөккә килеүселәр бер минут эсендә был уҫал ҡиә фәтле кешене әйләндереп алдылар. Беҙ ин артта тороп ҡалдыҡ.
Яллаусы, көнлөккә килеүселәр өҫтөнән күҙен йөрөтөп алғандан һуң, ҡайһы берҙәренең исемдәрен әйтеп, ҡайһы берҙәрен бармаҡ менән генә төртөп күрһәтеп, төрлөһөн төрлө эшкә ебәрә башланы. Эшкә билдәләнгән кешеләр шунда уҡ үҙҙәренә күрһәтелгән эш урын дарына киттеләр.
Байтаҡ кешеләргә, шулар ҡатарынан беҙгә лә, эш етмәй ҡалды. Эшкә яллаусы, артыҡ бер һүҙ ҙә әйтмәй, контораға инеп китте. Беҙ ауыҙыбыҙҙы асып, уның артынан ҡарап ҡалдыҡ.
Яҙғы ҡояш тау артынан көлөп килеп сыҡты. Уның беренсе нур ҙары ҡаршылағы бейек һырт өҫтөнә, ер аҫтынан ҡаҙылып сығарылған ҡыҙыл балсыҡтарға, унан һуң конторанан алыҫ түгел, бик матур һәм иркен итеп һалынған йәшел түбәле йорттарҙың ҙур-ҙур тәҙрәләренә төштөләр. Ҡояш кемгә ҡарап көлә торғандыр, уныһын беҙ белмәнек... Контораға ҡаршы өйөлгән бүрәнәләр өҫтөнә барып ултырҙыҡ та үҙебеҙҙең эш эҙләп килеүебеҙҙе әйтеп, хәлебеҙҙе әйтеп, бөгөндән берәр эш биреүен һорамаҡсы булып, управляющийҙың сыҡҡанын көтөргә керештек.
Беҙҙән һуң, беҙҙең эргәгә арҡаһы сыҡҡан, һулаҡай ҡулы зәғифлән гән бер ҡарт килеп ултырҙы. Ул, ғәҙәт буйынса, беҙҙең кемдәр икәнебеҙҙе, ҡайҙан килеүебеҙҙе һорашып алды. Беҙ ҙә уның ҡайһы яҡ кешеһе икәнен һәм ниңдәй эштә булыуын һораштыҡ. Шулай һорашыу, уның өсөн дә, беҙҙең өсөн дә кәрәкле бер эш кеүек булып тойолдо.
Ул үҙе ҡарауылсы икән... Ҡарауылсы икәнен әйткәндән һуң, уфлап ҡуйҙы ла, асылда үҙенең Ҡазан губернаһынан булыуын, унан сығып китеүенә ҡырҡ йылдан да артыҡ ғүмер үтеүен әйтеп үтте.
— Ҡырҡ йыл!
Был ғүмер беҙҙең кеүек йәш кешеләргә сикһеҙ күп бер ғүмер булып күренде. Уның ҡырҡ йыл буйына ситтә йөрөгәнен уйлап алғандан һуң: — Ҡайтҡаның бармы һуң? — тинек.
— Егерме йылдар элек ҡайтып килгәйнем, шунан һуң ҡайтҡаным юҡ. Унда инде минең ҡәрҙәш-ырыуҙарым да юҡ, унда ҡайтып ни эшләйһең? — тине лә, үҙенең япа-яңғыҙ бер ҡарт икәнен иҫенә төшөр гән кеүек, йыйырсыҡлы йөҙөнә үкенеү һәм ҡайғы билдәләре сығарып ҡуйҙы.
110