— Барып ҡарайбыҙ әле, әллә эш булып ҡуйыр...
Ул артыҡ һүҙ әйтмәне. Тартып ултырған трубкаһын бер нисә тапҡыр көсәнеп-көсәнеп һурҙы ла, трубкаһынан төтөн килмәгәнен белгәс, ауыҙынан альт һике ҡаҙнаһына ҡағып, кәлдәрен төшөргәндән һуң, уны тәмәке йәнсегенә урап, кеҫәһенә һалды һәм урынынан тороп, мейес башына ташлаған кәрәк менән кәйләһен алып, ниңәлер уларҙы әйләндереп-әйләндереп ҡарай башланы.
Беҙ уның «только унда һайлаңҡырап алалар» тигән һүҙенә төшөнмәнек һәм ул һүҙҙең мәғәнәһен һорап та торманыҡ.
Эшселәр, ун-ун биш минут эсендә кейенеп бөтөп, кәрәк, кәйлә ләрен күтәреп, икешәрләп, өсәрләп казарманан сығып, эшкә тарал дылар. Уларҙы эш көтә. Уларҙың эш ҡоралдары ҡулдарында... Улар эш эҙләп йөрөмәй, тура барып, эшләргә керешәсәктәр. Шуның өсөн улар беҙгә ҡарағанда бәхетле булып күренделәр.
Казарма тағы тын ҡалды. Теге оҙон сәсле таҙа егет ауырыу эшсе нән алыҫ түгел йоҡлап ята, ауырыу эшсенең бөгөн ниңәлер тауышы- тыны беленмәй... Күрәһең, ул, төн буйы һыҙланып, хәҙер генә йоҡоға киткәндер...
Беҙ казарманан сығыуға, иркен, саф һауа беҙҙе үҙенең ҡосағына алған кеүек булды. Яңы үҫеп килә торған йәш үләндәрҙең сөскөлтөм еҫтәре моронға бәрелде. Әле үҙе сығып өлгөрмәгән ҡояштың юғары һирпелеп торған ҡыҙыл ҡатыш һарғылт нурҙары ҡаршы алды. Казар манан алыҫ түгел өйөм-өйөм булып теҙелеп киткән һары балсыҡ теҙмәләре үҙҙәренең араларында ҙур-ҙур алтын киҫәктәрен йәшереп ятҡан кеүек булып күренәләр. Ғаиләле эшселәр тора торған казарма ның ишек алдындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың тауыштары ҡолаҡ төбөнән үтеп китге. Улар араһында Хәҙисә лә бар ине. Ул да башҡа ҡатын-ҡыҙ ҙар кеүек эш кейеме кейенеп, алтын йыуырға китергә әҙерләнгән, алтын ҡомдарын йыуа-йыуа ялтырап, көмөш кеүек булып бөткән тимер көрәген уң ҡулына тотоп, уңға-һулға әйләндерә, үҙенең иптәш тәрен көтә ине.
Беҙ ҡатын-ҡыҙҙар яғына ҡарай бер генә тапҡыр күҙ ташланыҡ та, Хәҙисәләрҙе күрмәмешкә һалынып, контораға ҡарай йүнәлдек. Сөнки егет башы менән әле яңы контора алдына эш эҙләп барыу, шулар кеүек көлөшә-көлөшә эшкә китмәй тороп, уларҙың күҙҙәренә күренеү, ниңәлер уңайһыҙ кеүек булып күренде.
Беҙ контораға барып еткәндә, контора алдында күберәге йәш кенә ҡатын-ҡыҙҙарҙан, ҡалғандары ауыл крәҫтиәне кейемендәге ирҙәрҙән булған бер ҙур төркөм халыҡ эш көтөп, контораның асылғанын көтә ләр ине. Беҙ ҙә улар ҡатарына барып, сиратҡа торған кеүек, бер яҡ ситкә баҫтыҡ.
Бында йыйылған ҡатын-ҡыҙҙарҙың өҫтәрендәге кейемдәре, ауыл урыҫ ҡатын-ҡыҙҙарының кейемдәре кеүек булһа ла, үҙҙәренең татарса бик оҫта һөйләүҙәре мине бик ҡыҙыҡһындырҙы. Мин башта татарса 109