— Ул матур ҙа бит, беҙҙең эштәрҙең башҡа яҡтары йәмһеҙ бит әле, эш булһа ярар ине, бөтә йәйҙе шунда үткәрер инек, — тим.
Беҙ казармаға ингәндә, теге ауырыу янында ғына өслө лампа яна, үҙе тирәһендә торған ике кешенең йөҙҙәрен күрһәтә ала. Башҡа ерҙәр бөтөнләй ҡараңғы булып, эшселәрҙең мышнап йоҡлаған тауыштары ғына ишетелә ине. Беҙ тоҡтарыбыҙ эргәһенә килеп, аяҡтарыбыҙҙы сисендек тә, аҫтыбыҙға ҡыҫҡа еңле бишмәтебеҙҙе, баш аҫтына бүрек тәребеҙҙе һалып, өҫтөбөҙгә еләндәребеҙҙе ябынып йоҡларға яттыҡ.
Ауырыу һаман һыҙланып уфлай, һаташа һәм ҡайһы ваҡытта бер ҙә тауышһыҙ ғына ҡала ине.
Шунда уны ҡарап торған кешеләрҙең: — Был егет бик насарлана бит, малайың әллә шытырға итәме?!.
— Хәле насар насарын да, шулай ҙа сыҡмаған йәндә өмөт бар бит, — тигән тауыштар ишетелеп, мине тағы ла күңелһеҙләндерҙе.
Был ваҡытта казарманың төрлө ерҙәрендә төнгө сиңерткәләр туҡтауһыҙ ҡысҡыралар, һике аҫтынан крысалар йүгереп үтәләр, сый ҡылдашалар, кистән арып ҡайтҡан эшселәр мышнап йоҡлайҙар, теге ауырыу һаташып ебәрә — шулар бөтәһе бергә йыйылып күңелһеҙлек һәм һуңғы дәрәжәлә ауыр йәнлелек бирәләр ине... Шунлыҡтан мин бик оҙаҡ йоҡлай алмай, тәҙрәнән күренгән айға ҡарап ятырға мәжбүр булдым...
Казарма таң менән бергә уянды. Күҙҙе асып ҡарау менән тынсыу һәм яртылаш ҡараңғы казарманың төрлө мөйөштәрендә йоҡолары туймай торған эшселәрҙең, ятҡан урындарынан тороп иҫнәп улты- рыуҙары һәм унда-бында ялт-йолт яҡтырып киткән тәмәке уттары күҙгә ташландылар.
Мин үҙебеҙҙең ошо мал аҙбары кеүек казармаға кисә кис килеп, беренсе төн ҡуныуыбыҙҙы, бындағы күңелһеҙ тормошто һәм үткән кис ғаиләле эшселәр тора торған казармалағы күренештәрҙе уйлап алдым. Шул уҡ ваҡытта Хәҙисә лә күҙ алдымдан үтеп киткән кеүек булды.
Оҙаҡ үтмәне, казармала хәрәкәт көсәйҙе. Эшселәр урындарынан тороп, ҡыштыр-ҡыштыр кейенеп, инеп сығып йөрөй башланылар.
Беҙ ҙә урындарыбыҙҙан тороп, инде ни эшләргә кәрәклек тураһында һөйләшеп, эш һорап контораға барырға әҙерлек күрә башланыҡ.
Беҙҙән алыҫ түгел берәү, беҙҙең үҙ-ара һөйләшеүебеҙҙе тыңлап торған, күрәһең, ул беҙгә ҡарап: — Ну, һеҙ ҡайҙа барырға йыйынаһығыҙ? Тотоғоҙ ҙа контораға барығыҙ. Унда көнлөкләп эшләргә яллайҙар, — тип, беҙгә юл өйрәтергә кереште.
— Үҙебеҙ ҙә шунда барырға уйлап торабыҙ. Унда эш бирәләрме икән һуң?
— Күп ваҡытта эш була торған, только унда һайлаңҡырап ала тор ғайнылар, һеҙ эшкә эләгә алырһығыҙмы икән?
108