Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 106.

Хәҙисә, китаптарын күрһәтергә уңайһыҙланған кеүек, урынынан ҡуҙғалмайынсараҡ торғас: — Алып күрһәт, балам, ғилемдең ояты юҡ, — тигән һүҙен ҡабат­ ланы.

Уның шул һүҙенән һуң ғына Хәҙисә, урынынан тороп, ҡалын ғына бер китапты алып, мәғәнәле рәүештә генә йылмайып, минең ҡулға бирҙе.

Мин ул китапты асып ҡарау менән уның «Собатөлғажизин» китабы икәнен белдем. Китаптың исеме өҫтөндә: «Ошбу китап эйәһе, яңы күлдәк кейәһе Хәҙисә бинте Сәлим ҡыҙылыр», — тип, үҙенең исемен яҙған, китаптың исеме аҫтына: «Ошбу китаптың бәйәһе илле тиндер», — тип, китаптың хаҡын яҙып ҡуйғайны.

Китап тышындағы үҙенең ҡул имзаһын ҡарағанда, Хәҙисә күҙҙә­ рен бер түбән төшөрөп, бер миңә, бер атаһына ҡарап, ҡыҙара төшөп ултырҙы.

Мин башҡа нимә әйтергә лә белмәй: — Был китаптарҙы уҡый белгәс, бик ярай инде, — тинем. Шунан һуң Хәҙисә күңелләнеп киткәндәй булды. Хатта китаптар тураһында бер аҙ һөйләшкәс, ул тағы ла асыла төшөп: — һеҙ ниндәй китаптар уҡыйһығыҙ һуң? Унда һеҙҙе күп уҡыта тор­ ғандарҙыр инде?.. — тигән һүҙҙәрҙе әйтге. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең уҡып үткән һәм хәҙерге көндә уҡып йөрөгән китаптарҙың исемдәрен әйттек. Беҙҙең һүҙҙәрҙән Хәҙисә лә, уның атаһы менән әсәһе лә, ғәжәпләнгән рәүештә беҙгә ҡарап торҙолар.

Иң һуңынан иртәгә беҙгә ни эшләргә кәрәклеге мәсьәләһенә күстек.

Сәлим бабай күп уйлап тормай: — Байҙар улар үҙҙәре Оронбур ҡалаһында торалар, бында йәй көндәрендә килеп-китеп, ҡыҙыҡ күреп кенә йөрөйҙәр. Уларҙың бында Ислам һәм Харис тигән управляющийҙары тора. Ләкин улар ҙа тана­ уҙарын бик юғары тоталар. Кереп ҡарарһығыҙ, нимә әйтерҙәр. Ләкин- нәһү1 көнлөккә яллай торған Иван Васильевичты күреп һөйләшегеҙ, һеҙҙең өсөн лутчыраҡ булыр, иҫән булһағыҙ, эш табылыр әле, — тип беҙ­ ҙең күңелде йыуатты. Шунан һуң беҙ, түрҙән төшөп, сабаталарыбыҙҙы кейеп, иҫәнләшеп, «буйҙаҡтар казармаһына» киттек.

Саф һауаға сыҡҡас, беҙҙең күңел тағы ла күтәрелеп китте, иптә­ шем, уйламаған ерҙән бер нәмә тапҡан кеүек, ҡапыл ғына: — Матур бит, әй? — ти.

— Кем? — тим.

— Хәҙисә.

1 Ләкиннәһү — ләкин.

107
Закрыть