— һағынмаймы һуң? Ураҡ урған, бесән сапҡан ерҙәрем күҙ алдым дан китмәйҙәр. (Сәлим бабайға ишара итеп), бына уның иҫенә лә инеп сыҡмай, өс ятып, бер төшөнә лә инмәй, исмаһам!.. — тине.
Сәлим бабай көлә төшөп: — Инде ул ерҙәр онотолоп бөткән. Тыуған ерҙән туйған ер яҡшы, тиҙәр, һағынһаң, тағы ҡайҙа бараһың?..
Мин Хәҙисәнең һүҙгә ҡатнашыуын көтмәй инем, ләкин бер ҙә уйламағанда ул да: — Беҙҙең атай инде ул, ошо приискыны үлһә лә ташлап китмәҫ, ауылға ҡайтайыҡ инде, тип әйтһәң, бында ла бик яҡшы бит әле, беҙгә унда ла әҙерләп ҡуймағандар, тип кенә ҡуя... — тигән һүҙҙәрҙе әйтте лә ниңәлер үҙе лә ҡыҙара төшөп, ашъяулыҡ мөйөшөн тотоп, тағы ла бөтөрә башланы.
Уның тауышы яғымлы һәм бик асыҡ ине... Уға ҡаршы Сәлим бабай: — Балам, беҙгә ҡайҙа ла бер инде. Ҡара һаҡалың ҡайҙа барһаң да артыңдан ҡалмаҫ, тигәндәр. Мин инде һағынмайым, тик һине тағы ла бер аҙ уҡыта алмай ҡалыуға ҡайғырам... Бына бында ҙурыраҡ ҡыҙ ҙарҙы уҡытырға мәптек тә юҡ бит... — тине.
Хәҙисә йылмая төштө лә: — Мәктәп, тиң, атайым... — тип, атаһының һүҙен төҙәтеп ҡуйҙы һәм шул уҡ минутта беҙгә күҙен төшөрөп алды.
— Беҙҙең кеүек наҙан кеше китапса һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтә алмаҫ инде, балам!.. — тине Сәлим бабай.
Был ваҡытта Сәлим бабайҙарға күрше торған ғаиләләр ҙә бындағы һүҙҙәрҙе тыңлап ултыралар ине.
Шунан алыҫ түгел, уртаса йәшле берәү: — Беҙҙе уҡыта торған мәптектәр асылмағандар әле, беҙ үлгәс кенә асылырҙар улар... — тип ҡуйҙы.
Казарманың икенсе яғындағы кешеләр ята башланылар, ул яҡтағы бала-сағаларҙың сыр-сыу килгән тауыштары баҫыла төштө: яңыраҡ ҡына яндырылған өслө, бишле лампалар һүндерелеп, казарманың ул яҡ башы ҡараңғылыҡ эсендә ҡалды. Мин: — һеҙҙең ҡыҙығыҙ уҡыған кеүек күренә, — тинем Сәлим бабайға. Бабай тағы асылып китте: — Былай яҡшы ғына уҡыған уҡыуын. Бәләкәй сағында ауылда уҡыған. Мин үҙем ул ваҡытта ситтә йөрөй инем. Бында килгәс тә Ғәрифә абыстайында уҡып йөрөнө, тик ул мәрхүм вафат булғас ҡына туҡталды. Бөтә казармаға килгән хаттарҙы Хәҙисә уҡый, бөтә кеше ләргә хат яҙа. Былай үҙенең китаптары ла бар. (Шүрлеккә күҙен һалып), ана унда уның китаптары, — тип, Хәҙисәнең уҡымышлы булыуын белдергәндән һуң: — Берәр китабыңды алып бир әле. Шә керттәр уҡып ҡараһындар, — тип Хәҙисәгә китап алып күрһәтергә лә ҡушып өлгөрҙө.
106