ул беҙҙең менән иҫәнләшмәгән кеүек, беҙ ҙә уның менән иҫәнләшергә ҡыйманыҡ. Хатта, башта Хәҙисә бында килеп ултырыуына уңайһыҙ ланған ҡиәфәт күрһәтте, беҙ ҙә үҙебеҙҙә ниндәйҙер күңелле бер уңай һыҙлыҡ һиҙгәндәй булдыҡ.
Сәлим бабай беҙҙең уңайһыҙланғаныбыҙҙы һиҙеп, шуны бөтө рөргә теләгән кеүек: — Беҙҙең бында ҡатын-ҡыҙҙар йәшеренеп-бошороноп тора алмай ҙар инде. Урыны шул булғас, ни эшләмәк кәрәк. Ҡала ерендәге, эшлә мәй генә торған ҡатын-ҡыҙҙар йәшеренеп йөрөһәләр ҙә, беҙҙең бында ул эш мөнкин (мөмкин) түгел. Ирҙәрҙән ҡасып, нәмәхәрәм тип йөрө һәң, эш эшләмәй, ас ҡалырға кәрәк, — тигән бер нисә һүҙе менән, мул лаларҙың баштарын ватҡан хижап1 мәсьәләһен әйтте лә бирҙе.
Уның был һүҙҙәре беҙҙе уңайһыҙлап торған пәрҙәне күтәреп ебәр гәндәй булды.
Хәҙисә күҙҙәрен тултырып беҙгә табан бик тәрән ҡараны ла, тағы ла күҙен түбән төшөрҙө.
Беҙ һаман да асылып, һөйләшеп китерлек һүҙ таба алмайбыҙ. Сәлим бабай был һүҙһеҙлекте үҙе генә бөтөрә бара, ул тағы: — Ерле ерендә, екән — күлендә, тигән кеүек, һәр ерҙең үҙенә ҡарап торорға тура килә. Шулай, бая һеҙ бында инеп сыҡҡанһығыҙ икән, еңгәгеҙ әйтә, Троицкиҙа укыусы шәкерттәр эшкә килгәндәр, ти, үҙҙәре беҙҙең яҡташтар икән, кем менән һөйләшергә белмәй аптырап торған кеүек торалар, ти. Шунан мин әйтәм, улар улай моңайып тормаһын дар, үҙҙәрен сәйгә алып киләйем әле, тим. Мин үҙем дә шулай йәштән үк етем ҡалып, кешелә эшләп үҫтем. Шунан эш эҙләп ситкә сығып киттем. Башта шулай һеҙҙең кеүек ҡыйын булды. Кем менән һөйлә шергә белмәй аптырап торам, бара-бара өйрәнеп китәһең уны. Йәгеҙ, сәйҙән, ниғмәтгән рәхим итегеҙ әле...
Туҡтауһыҙ рәүештә ашъяулыҡтың мөйөшөн бер бөтөрөп, бер яҙып ултырған Хәҙисә хәҙер тағы ла иркенәйә төшөп, мәжлескә ҡарай әйләнеңкерәп ултырҙы. Хәҙер уның тулы йөҙө, ҡара ҡаштары аҫтын дағы ҙур ғына ҡара күҙҙәре янтыҡтан түгел, бәлки, ҡапма-ҡаршы күренәләр ине... Сәлим бабайҙан һуң еңгә: — Мин ни, бая, былар килгәндә ҡамыр баҫып тора инем. Рәтләп һорашып та булманы. Үҙебеҙҙең яҡташтар килеп сыҡһалар рәхәт булып ҡала. Үҙебеҙҙең яҡты күргән кеүек булып ҡалам... — тип, үҙенең тыуған-үҫкән яғын һаман да иҫенән сығара алмағанлығын белдереп ҡуйҙы.
Минең: — Үҙебеҙҙең Өфө яғын һағынаһыңмы ни, еңгә? — тип һорауыма ҡаршы: 1 Хижап — ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөҙөнә ҡапланған пәрҙә.
105