тормоштары эсендә ҡайнашалар, иртәгә иртүк тороп эшкә китергә хәл йыйыр өсөн ашап-эсеп ятырға әҙерләнәләр ине...
Бабай беҙҙе үҙе артынан эйәртеп, оҙон казарманьщ бер башындағы мейес артындағы мөйөшкә алып барҙы. Был мөйөш, ниңәлер, башҡа ерҙәргә ҡарағанда аҙ ғына иркен, шуның менән бергә арыу ғына йы йыштырылған һәм стена буйына төрлө ҡорамаларҙан теркәп тегелгән тар ғына юрған һымаҡ нәмә йәйелгәйне.
Бабайҙың йөҙө тағы ла асыла төштө: — Әйҙәгеҙ, түрҙән рәхим итегеҙ әле!.. — тип беҙгә түрҙән урын күрһәтте. Беҙ ҡыйыр-ҡыймаҫыраҡ, сабаталарыбыҙҙы сисеп, һике өҫтөнә менеп ултырҙыҡ.
— Баяғынаҡ һеҙ бында инеп сыҡҡанһығыҙ икән, еңгәгеҙ әйтә, Троицкиҙан, ти, ике шәкерт эшкә килгән, ти, үҙҙәре беҙҙең яҡташтар икән, ти. Шунан һуң, туҡта, быларҙы саҡырып һөйләшеп улты райым әле, тип һеҙҙе алып килдем. Шулай, бына беҙҙең тормош ошо инде. Барына риза булып торған булабыҙ. Йәйен тағы бер хәл, эш тә еңеләйә төшө, тормош та арыулана. Ҡыш көнө ҡыйыныраҡ була.
Казарманьщ самаһын күрһәткән рәүештә ҡулын һуҙып: — Бына шул казармала ун-ун биш ғаилә тороп ҡара әле!.. — Бабай һүҙен шул ергә еткергәс: — Йә, һин сәйеңде әҙерләп ебәр әле! — тип, артына әйләнеп ҡараны.
Уның шул һүҙенән һуң, беҙ был казармаға беренсе тапҡыр ингән ваҡытта ҡамыр баҫып торған һәм беҙҙең менән һөйләшеп, артыбыҙҙан ҡарап ҡалған еңгә килде лә, беҙҙең менән тағы ла иҫәнләшеп, сәй урынын әҙерләргә кереште.
Сәй урыны тиҙ әҙерләнде. Ашъяулыҡ өҫтөнә, шәкәр, күмәстән башҡа, керәндил менән ярты ҡаҙаҡ самаһы йөҙөм емеше лә ҡуйылды.
— Бына ошо приискыла ғына ун йыл эшләйем инде, — тип, үҙенең үткән эштәрен һөйләп киткән бабай, ҡапыл ғына һүҙен өҙөп: — Йә, егетгәр, рәхим итегеҙ әле! — тип, беҙҙе ашарға өндәне һәм еңгәгә ҡарап: — Әйҙә, ултырып сәйеңде яһай башла инде. Хәҙисә ҡайҙа, ул да килһен, ситтән килгән ҡунаҡтар менән һөйләшеп ултырайыҡ, — тигән һүҙҙәрҙе өҫтәне. Бабайҙың әйтеүе менән еңгә, самауыр эргәһенә улты рып, сәй яһап бирә башланы.
Бабай сыҙаманы, тирә-яғына ҡарап алғандан һуң, беҙҙән алыҫ түгел генә йыйылышып ултырған бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар араһына күҙен төшөрөп: — Хәҙисә, әйҙә бында кил, нәмәгә тип килмәйһең тағы? — тине лә беҙҙең барыбыҙға ла ҡарата, — сәй эсһен тим, көнө буйы алтын йыуып эштән сығып, арып ҡайта, иртәгә тағы эшкә барырға кәрәк, — тип ҡуйҙы.
Хәҙисә атаһының һүҙен кире ҡаҡманы, ул бер аҙ ғына ояла төшкән рәүештә әсәйенә ҡаршы, самауырҙың икенсе яғына килеп ултырҙы, 104