Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 102.

ғандан һуң, ҡыҫҡа ғына дәртле бер көйгә уйнап ебәрҙе. Шунан алыҫ түгел генә сәй эсеп ултырған икенсе бер егет: — Әйҙә, әйттер! Беҙҙең өсөн гармун моңланһын... — тип өҫтәп ҡуйҙы.

Беҙ тоҡтан күмәсте алып, инде ашайбыҙ ғына, тип торғанда, ҡаршылағы ишектән матур ғына бер ҡарт инеп, ҡулын маңлайына ҡуйып, кемделер эҙләгән кеүек ҡарай ҙа башланы. Эшселәрҙең бабайға ҡарап: — Сәлим бабай, нимә ҡарайһың, кемде юғалттың? — тип һорағас, бабай үҙенең бик яратҡан таныштарына һүҙ ҡушҡан кеүек: — Бында яңы ғына килгән ике егет булһа кәрәк, шуларҙы эҙләй инем... — тине.

Теге эшсе ҡулын беҙгә ҡарай һуҙып: — Улар ана тегендә ултыралар!.. — тип беҙҙе күрһәтте.

Был ваҡытта байтаҡ эшселәрҙең күҙҙәре беҙгә текәлгәйне.

Бабай беҙгә табан ҡарап боролғас, беҙ ҡулдарыбыҙға тотҡан күмәс һыныҡтарын тоғобоҙ өҫтөнә кире ҡуйып, бабайҙың килгәнен көттөк.

Ул беҙҙең эргәгә килеп, беҙҙе бер тапҡыр ҡарап алды ла, иҫәнлә­ шеп, һикегә ултырҙы һәм тиҙ генә арала ҡайҙан килеүебеҙҙе, ҡайһы яҡтан икәнлегебеҙҙе һорашып үтте. Беҙ уға теге казармалағы бисәгә биргән яуаптарыбыҙҙы бирҙек.

Шулай һөйләшкән арала, икебеҙҙең уртала яткан тоҡҡа һәм уның өҫтөндәге күмәс киҫәктәренә күҙ төшөрөп алды.

— Шулай икән! (Миңә ҡарап) һин беҙгә яҡташ булаһың икән. Мин үҙем дә асылда Бәләбәй өйәҙенеке булам... — тип, үҙенең миңә яҡташ икәнлеген белдергәндән һуң: — Юлда арып килгәнһегеҙҙер бит, ниңә сәй эсмәйһегеҙ? — тигән һорауҙы бирҙе.

Мин уға ҡаршы: — Приискыға килеп етер алдынан яланда күптән түгел генә сәй эскәйнек, хәҙер эскеһе килмәй инде, — тинем.

— Хәйер, йәш саҡта нисек тә ярай инде, талымлап тороп булмай. Шулай ҙа эсеү кәрәк ине. Булмаһа, әйҙәгеҙ беҙҙең казармаға. Унда аҙыраҡ һөйләшеп ултырырбыҙ... — тип беҙҙе үҙенең торған казарма­ һына саҡырҙы.

Беҙ наҙланып торманыҡ: тоҡ менән икмәк һәм сәйнүкте шунда ҡалдырҙыҡ та, бабай менән бергә, теге ғаиләле кешеләр тора торған казармаға барып индек.

Хәҙер был казармала бая беҙ инеп сыҡҡан ваҡыттағы тынлыҡ юғалған, ҡырмыҫҡа ояһы кеүек мыжлап торған бер төрлө тормош башланғайны. Һәр бер квадрат самаһы ергә бер ғаилә урынлашып, ашар-эсер өсөн әҙерләнгән урындарҙан башҡа, бөтә ерҙәре төрлө йәш­ тәге, төрлө төҫ, төрлө сифаттағы кешеләр менән ҡапланып, былар үҙ­ ҙәренең шул казармаға ҡаратылып ҡоролған кескенә, ялыҡтырғыс 103
Закрыть