Ул һүҙҙе оҙонға ебәрергә теләмәгән рәүештә генә: — Күптән түгел, мин бөгөн бында, иртәгә унда. Себерҙән башлап Уралға тиклем мин күрмәгән прииск ҡалмағандыр инде...
Таҙа егет менән беҙҙең аралағы һүҙ, шул ергә еткәндә, кәрәк, кәй ләләр күтәргән эшселәр, берәмләп, икешәрләп, казармаға ҡайтып инә башланылар.
Улар ингәс, казарма йәнләнә төштө. Улар кәйлә, көрәктәрен һике аҫтына, мейес баштарына ырғытып, күн бейәләйҙәрен унда-бында ҡыҫтырып, ҡайһы береһе сәйнүктәрен аҫып, сәй ҡайнатырға сығып киттеләр, ҡайһы берҙәре ваҡ балсыҡ тулған сабаталарын сисеп, уларҙы ҡағып, өҫ-баштарын саңдан әрсергә керештеләр. Уларға беҙҙең барлығыбыҙ-юҡлығыбыҙ барыбер кеүек булып күренгән булһа кәрәк, улар беҙгә ҡарап-ҡарап үтһәләр ҙә бер һүҙ ҙә ҡушманылар.
Иртәнән кискә тиклем забойҙа эшләп, хәлдән тайып, шундай йәм һеҙ күренешле, күңелһеҙ бер казармаға ҡайтып ингән кешеләрҙең шулай булыуҙары ғәжәп түгел...
Эшселәр ҡайтып, казармала икенсе бер төрлө хәрәкәт башланғас, беҙ уларҙан буш ҡалған бер урынға ултырып, тоҡтарыбыҙҙы һикегә ҡуйып бер-беребеҙгә ҡараштыҡ. Был ваҡытта иптәшем нәмә уйлаған дыр, миңә мәғлүм түгел.
Мин үҙем: «Бына тормош! Алтын сыға торған ер шулай була икән... Һуң былар ниңә бер ҙә рәтләнә алмағандар? Әллә былар само родок тапмағандарҙыр... Теге таҙа егет әйткәндәй, самородок былар ҙың төштәренә генә инә торғандыр, йәки өндәрендә тапҡан булһалар ҙа быларҙың ҡулдарынан тартып ала торғандарҙыр...» — тип уйлай инем.
* * * Эшселәрҙең ҡайһы берҙәре үҙҙәре сәй ҡайнатып эсергә, ҡайһы береһе картуф ашарға ултырҙылар.
Беҙ әле бындағы тормошҡа өйрәнеп, төшөнөп етә алмағанға күрә, сәй ҡайнатып тормай, һыу менән, Троицкиҙан алып сыҡҡан күмәстең ҡалғанын ашап ятырға булдыҡ та, күмәс һалған тоҡтоң ауыҙын сисергә керештек.
Эшселәр сәй эргәһенә ултырғас күңелләнә төшөп, үҙҙәренең эштәре тураһында һөйләшергә керештеләр.
Хәҙер ҡояш байырға яҡынлашып, уның һуңғы яҡтылары казар маның саңлы тәҙрәләре аша ҡаршы стенаға төшөп, моңло бер күре неш яһайҙар ине.
Шул ваҡытта теге таҙа егет, шүрлектә торған гармунын алып, уны һынап ҡараған кеүек, телдәрен тиҙ-тиҙ баҫып, төрлө тауыштар сығар- 102