Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 100.

Ул беҙгә башын күтәреп ҡараны ла, ниңәлер бер һүҙ ҙә әйтмәй, беҙҙең һүҙ башлауҙы көткән кеүек, үткер күҙҙәрен беҙгә терәне.

Шул ваҡытта теге ауырыу тағы ла: «Уф, уф! Быныһы миңә булһын, уф, хәлем бөттө бит», — тип ыңғыраша һәм һаташа башланы.

Беҙ икебеҙ ҙә һаташып, ауырып ятҡан кеше яғына ҡарағаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.

Мейес артындағы мөйөштә, яланғас һикегә йәйелгән иҫке бишмәт өҫтөндә аунап яткан ауырыуҙың кәүҙәһе хәҙер асыҡ күренде.

Теге таҙа егет ауырыуға ҡарап: — Яткан ереңдән самородок таптыңмы әллә, быныһы миңә бул­ һын тиһең? Самородок һинең төшөңә генә инә торғандыр, өнөндә тапһаң да, уны һинең ҡулында тотмаҫтар! — тип, һөйләнә-һөйләнә урынынан тороп, ауырыуҙың эргәһенә барҙы һәм уның баш аҫтын­ дағы кескенә һәм ҡарайып, әүәләнеп бөткән мендәрен рәтләп ҡуйҙы ла: — һыу эскең киләме? — тип һораны.

Ауырыуҙың, килә, тигән яуабын көтмәй үк тәҙрә төбөндә ултыр­ ған, һыланып ҡатҡан ҡара тимер сәйнүктән ҡалай кружкаға һыу һалып: — Мә, эс! Төшөндә алтын ҡаҙып, шахтала йөрөп һыуһағанһың­ дыр, — тип алдына килтерҙе.

Ауырыу бер аҙ ғына аңына килгән кеүек булды ла, күтәрелеп, һыуҙы бер нисә тапҡыр йотҡандан һуң кире урынына ятты.

Таҙа егет, кире беҙгә ҡарай боролоп, ауырыуҙың хәлен беҙгә белдерергә теләгән бер сифатта: — Шахтала эшләгәндә ауырыны ла, шунан терелә алмайынса ята. «Тир»1 ауырыуы булһа кәрәк. Шуны ҡарап мин дә эшкә сыға алма­ ным, ул терелһә, был ҡәһәр приискынан китер инем, — тип урынына килеп ултырҙы.

Беренсе күреүҙә беҙгә ҡурҡыныс сифатлы күренгән был таҙа егет хәҙер арыу гына күренә башланы. Шунан һуң ғына беҙ унан: — Был казармала беҙгә лә ҡунырға ярай торғандыр бит? — тип һораныҡ.

Ул һаман да йөҙөнә асыҡлыҡ сығармай, кемгәлер асыуы бар кеше кеүек: — Был казармала һеҙгә түгел, эттәргә лә ҡунырға ярай. Күрәһегеҙ бит — эт ояһы кеүек... — тигән яуапты бирҙе һәм һүҙен йомшарта төшөп: — Әллә һеҙҙең быға тиклем приискыла булғанығыҙ юҡмы? — тигән һорауҙы бирҙе.

-Ю ҡ.

— Шулайҙыр шул.

— Һеҙ үҙегеҙ бында күптән эшләйһегеҙме?

1 Тиф ауырыуын әйтә.

101
Закрыть