Мәжит Ғафури. Фәҡирлектә үткән тереклек. Повестар һәм хикәйәләр - 2020. Страница 10.

уның тураһында мин: «Был бик яҡшы кешелер инде, йәннәткә инә торған кешеләрҙең береһелер инде был» тип уйлай инем. Бөгөн мин уны ла яратманым, ул минең күҙемә юҡ артынан йөрөгән, башҡа­ ларҙы юҡ эш өсөн рәнйетә торған уҫал, йәмһеҙ бер ҡарт булып күренде.

Оҙон Ибрайҙы мин электән дә яратмай торғайным, бөгөн ул бигерәк йырткыс, бигерәк йәмһеҙ булып күренә ине.

Шул минутта Ғәлимә апайҙың атаһы Фәхри бабай менән әсәһе Хәмиҙә әбей күҙ алдыма килделәр. «Улар был эшкә нисек түҙерҙәр, нисек сыҙап тора алырҙар икән?» — тип уйлап алдым.

Фәхри бабай бик ҡыҙыу кеше: ул үҙенең улдарын юҡ ҡына нәмә өсөн дә таяҡ менән туҡмай, ҡырҡ йыл бергә торған ҡарсығы уның асыуынан ҡурҡа, Хәмиҙә әбей ҡомғанға йылы һыу һалып ҡуймаған өсөн дә уның ауыр һүҙҙәрен ишетә... Шулай булғас, был эш өсөн Ғәлимә апайҙы ни эшләтәсәк? Яңғыҙ Ғәлимә апайҙы түгел, уның өсөн Хәмиҙә әбейҙе лә ниндәй ауыр һүҙҙәр менән һүгәсәк бит, тинем.

Хәҙрәт, был гонаһлыларға бик асыу менән күҙ йөрөтөп алғандан һуң, һүҙ башлап: — Йә, кемдәр күргән? Кемдәр шаһит булып, үҙҙәренең геүаһлыҡ­ тарын бирәләр? Шулар алғараҡ сыҡһындар әле, — тине.

Хәҙрәттең был һүҙен ишетеү менән, Ғәйфулла менән Сәлим алға­ раҡ сығып, ҡулдарын намаҙҙағыса алдарына ҡаушырып: — Башлап беҙ күрҙек, хәҙрәт, унан һуң Сәйфулла менән Гәрәй күрҙеләр... Шунан һуң башҡалар ҙа килделәр иңде, — тип яуап бирҙе­ ләр. Быларҙың был һүҙҙәренән һуң Ғәйфулла менән Гәрәй ҙә алға сыҡ­ тылар һәм, үҙҙәренән һорағанды көткән кеүек, ҡулдарын ҡаушырып, хәҙрәткә ҡаршы баҫтылар.

— һеҙ ҙә күрҙегеҙме? Ҡайҙа күрҙегеҙ? — тине хәҙрәт. Сәйфулла менән Гәрәй бер юлы: — Күрҙек, күрҙек, хәҙрәт!.. Бер-береһенә яҡын уҡ ултыралар ине, — тинеләр.

Шунда Сәйфулла урынынан ҡуҙғала төшөп: — Ҡосаҡлашып торалар ине, тиген, — тип өҫтәп ҡуйҙы. Хәҙрәт быларға ҡарап: — Юҡ, улай яҡын ултырыу ғына етмәй, шәриғәт ҡаршыһында зани менән занияның1 эштәрен дүрт кеше берҙәм күргән булырға тейеш, был бик ауыр мәсьәлә, — тине.

Сәлим сыҙап тора алманы: — Хәҙрәт, күрҙек инде, улар һеҙ әйткәнсә торалар ине, тик былар килгәндә ултыралар ине, — тип, һүҙен һаташтырып, йомғаҡтың осон юғалтҡан кеүек һөйләп ҡуйҙы. Ҡалғандары һүҙҙәрен бороп: 1 Зани менән занияның — боҙоҡ ир менән боҙоҡ ҡатындың.

11
Закрыть