булырға теләүемде мин хатта үҙем дә танырға ҡыймай инем. Бер ваҡыт Сергей Семенович Помазов миңә: — һеҙгә уҡырға, һис һүҙһеҙ уҡырға кәрәк: һеҙ бик һәләтлеһегеҙ, — тине.
Ул да, Елизавета Афанасьевна кеүек үк, үҙ предме тын бик ярата, һәм беҙ уның дәрестәрендә төҫтәр, һыҙыҡ тар, пропорциялар, перспектива закондары тураһында ғы на түгел, бәлки сәнғәттең бөтә булмышын тәшкил иткән нәмәләр тураһында — тормошто һөйөү, уны бөтә урын дарҙа, һәр яҡлап күрә белеү тураһында ла белем ала ннек. Репин, Суриков, Левитан кеүек художниктарҙың әҫәрҙәре менән беҙҙе тәү тапҡыр таныштырыусы ла Сер гей Семенович булды (уның бик матур репродукциялар менән тулған ҙур альбомы бар ине). Шул саҡта уҡ. ми нең күңелемдә, Мәскәүгә барып, Третьяков галереяһын да булырға, тигән тағы бер хыял тыуҙы.
Артабан уҡырға бик теләһәм дә, бындай мөмкинлек булмауын аңланым. Ғаиләбеҙ бик мохтажлыҡ кисергән- лектән, ата-әсәйемә ярҙам итергә кәрәк ине. Гимназияны тамамлағас, мин Осиновый Гайға ҡайттым.
ЯҢЫ ТОРМОШ Октябрь революцияһы тураһындағы хәбәр килгәндә, мин әле Кирсанов ҡалаһында инем. Дөрөҫөн әйткәндә, мин нимә булғанын ул саҡта бик үк аңлап та етмәнем. Тик ҙур халыҡ байрамы килеүен аңлауҙан тыуған ҡыуаныс лы тойғоно ғына хәтерләйем. Ҡ ала шаулай һәм шатлыҡ кисерә, ҡыҙыл флагтар елберләй. Митингыларҙа ябай ке шеләр — һалдаттар, эшселәр сығып һөйләйҙәр.
Мин тыуған ауылыма ҡайтҡас, Сергей ағайым, бала лыҡ дуҫым һәм өлкән иптәшем, миңә: — Яңы тормош башлана, Люба, аңлайһыңмы, бөтөн ләй яңы тормош. Үҙ теләгем менән Ҡыҙыл Армияға яҙы лам, ситтә тороп ҡалырға теләмәйем, — тине.
Сергей минән ике генә йәшкә оло, ләкин мин уның эр гәһендә бала ғына инем әле. Ул күберәк белә, булын ят ҡан ваҡиғаларҙы яҡш ыраҡ аңлай ине. Мин уның ныҡлы ҡарарға килгәнен күрҙем.
— Сережа, ә миңә ни эшләргә? — тип һораным.
Ағайым, бер секунд та уйланып тормайынса, яуап бир ҙе: — Уҡытыусы булырға! Әлбиттә, уҡытыусы булырға!
8