юҡ саҡта ниндәй хәлдәр булғанын — бөтәһен дә һәр ва ҡыт белеп тора инек. Ә иң мөһиме, беҙҙең балалар менән бергәләп эшләгән эштәрөбеҙ — уйынмы, дәрес әҙерләүме, өй эштәреме ул — беҙҙе балаларыбыҙға яҡынлаштырҙы лар һәм беҙҙең дуҫлығыбыҙ баргаҢ һайын тәрәнәйә һәм йөрәк дуҫлығына әйләнә барҙы.
м ә к т ә п к ә БАРҒАНДА Беҙ иҫке шоссела торҙоҡ. Өйҙән мәктәпкә тиклем өс километрҙан кәм түгел ине.
Мин, иртәрәк тороп, ашарға әҙерләйем. Балаларҙы ашатҡас, беҙ яҡтырмаҫ борон уҡ юлға сығабыҙ. Беҙҙең юлыбыҙ Тимирязев паркы аша үтә. Бейек ағастар, аҡрый ғына яҡтыра барған күк йөҙә фонында тушь менән яһап ҡуйылған кеүек, хәрәкәтһеҙ торалар. Аяҡ аҫтында ҡар шығырлай, тын алыуҙан яғаларыбыҙ бәҫ менән ҡаплана.
Беҙ өсәүләп барабыҙ — Анатолий Петрович өйҙән һуң- лабыраҡ сыға. Тәүҙә һөйләшмәй генә атлайбыҙ, ләкин әле күптән түгел генә туйып бөтмәгән йоҡо ҡараңғылыҡ ме нән бергә асыла, унан инде көтөлмәгән һәм ҡыҙыҡлы әң гәмә башланып китә.
— Әсәй, тип һораны Зоя бер ваҡыт, — ниңә улай: ағастар ни тиклем ҡартыраҡ булһалар, шул тиклем мату рыраҡ булалар, ә кеше, ҡартайһа, бөтөнләй йәмһеҙ була? Ни өсөн улай?
Мин яуап биреп өлгөрмәнем.
— Дөрөҫ түгел! — тип ҡыҙып ҡаршы төштө Шура. — Ана өләсәйем ҡартайған, ә ул йәмһеҙме ни? Матур!
Мин әсәйемде иҫкә төшөрәм. Юҡ, хәҙер уны берәү ҙә матур, тип әйтә алмаҫ: уның күҙҙәре бик арыған, эскә батҡан яңаҡтары йыйырсыҡлы...
Ләкин Шура, минең уйҙарымды ишеткән кеүек: — Кемде яратһам, шул кеше минең өсөн матур, — тине. Зоя, әҙ генә уйланып алғас, Шураның фекеренә ҡушылып: — Эйе, дөрөҫ, — тине.
...Бер көндө беҙ өсәүләп шоссе буйлап барғанда, беҙҙе йөк машинаһы ҡыуып етте лә ҡапыл туҡтаны.
Шофер, кабина тәҙрәһенән башын сығарҙы ла, ҡыҫҡа ғына итеп: — Мәктәпкәме? — тип һораны.
54