Космодемьянская Л.Т. Зоя менән Шура тураһында повесть. - Өфө, 1984. - 240 бит. Страница 47.

— Ә һинең ни эшең бар? Кит бынан! Бәйләнмә!

Ләкин һуңынан буйһонорға мәжбүр булды һәм, дәрес­ лектәргә тотоноуҙан элек, әйткәнде көтмәйенсә, үҙе үк ҡулдарын йыуа торған булып китте. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бындай һаҡланыу бик урынлы ине: балалар менән уйнап туйғандан һуң,, беҙҙең Ш ура ҡолаҡтарына тиклем бысранып ҡайта торғайны; әйтерһең, бер-бер артлы ҡом­ да, күмерҙә, эзбиздә, төйөлгән кирбестә аунаған — шул саҡлы бысранырға нисек аҡылы еткәнлеген ҡайһы берҙә аңлап та булырлыҡ түгел.

Балалар дәрестәрен аш өҫтәлендә әҙерләйҙәр. Зоя, китап уҡып, оҙаҡ ултыра алһа ла, Ш ураның түҙеме бер юлы ярты Сәғәттән артыҡҡа етмәй. Ул тиҙерәк яңынан урамға, мңлайҙар янына шылырға тырыша, ишеккә күҙ ҡырьгйы менән ҡарап, йыш ҡына көрһөнә ине.

Бер ваҡыт ул бер ҡосаҡ шаҡмаҡ менән шырпы ҡап­ тары алып килде лә, уларҙы ипләп теҙеп, өҫтәлде уртаға бүлде.

— Быныһы — һинең яҡ, быныһы минеке, — тине ул Зояға. — Минең яҡҡа сығаһы булма!

— Ә әлифбаны ни эшләтәбеҙ. Ҡара һауытын? — тип гәжәпләнде Зоя.

Шура аптырап ҡалманы: — Әлифба һиңә, ҡара һауыты миңә!

— Йә, етер, шаярма! — тине Зоя уҫал итеп һәм ҡы­ йыу төҫ менән шаҡмаҡтарҙы өҫтәлдән алып ҡуйҙы.

Ләкин Ш ураға былай ғына, мәҙәкһеҙ, дәрес әҙерләп ултырыу күңелһеҙ, шуға күрә ул дәрестәрҙе һәр ваҡыт уйынға әйләндерергә тырыша ине. Ни эшләйһең бит! Уға әле ете йәш тә тулмағайны.

БАЙРАМ Етенсе ноябрҙә балаларым таң атыр-атмаҫтан уян­ дылар: аталары уларҙы демонстрацияға алып барырға вәғәҙә иткәйне, шуға күрә улар был көндө ҙур түҙемһеҙ­ лек менән көттөләр.

Иртәнге ашты улар ғәжәп тиҙ ашанылар, Анатолий Петрович ҡырына башланы. Балалар уның ҡырыңып бөт­ кәнен көтөп ала алмай интектеләр. Аптырағандан нимә­ лер эшләп тә маташтылар, ләкин бер ни ҙә барып сыҡ­ маны. Хатта иң яратҡан «шым» уйындары ла («әүернә менән нолдәр» уйыны) уларҙы бөгөн мауыҡтыра алманы.

47
Закрыть