ҙы — теге, мәктәптә ауыл балаларын уҡытҡан ҡыҙы — ҡайтҡанды ишеткәс, күршеләр килеп тулды.
— Мәскәүҙә тормош нисек? Үҙегеҙ нисек, иҫән-һау тораһығыҙмы? Анатолий Петрович ни бөтөрөп ята? Ә беҙ хәҙер бөтә ауыл тиерлек колхоздабыҙ. Яңғыҙаҡтар бик аҙ ҡалды, бөтәбеҙ ҙә тиерлек колхозсылар.
— Ә нисек йәшәйһегеҙ?
— Яҡшы йәшәйбеҙ. Эшләһәк, икмәкле буласаҡбыҙ!
Яңылыҡтарҙы бер-бер артлы яуҙырып ҡына торалар, мин уларҙың ҡайһыһына аптырарға ла өлгөрә алмайым. Бөтәһе лә ни тиклем үҙгәргән! Атайымдың тупһаһы аша атлап инеү менән үк күпме яңылыҡтар ишеттем. Ауылға тракторҙар, хатта комбайн килгән, ә күптән түгел улар тураһында һөйләгәнде әкиәт тип тыңлайҙар ине. Ғүмерҙә күрмәгән яңы машиналарҙың эшен ҡарар өсөн, бөтә ауыл баҫыуға сыҡты, тип һөйләйҙәр.
— Ҡарап туя алмаҫлыҡ машиналар! — тигән һүҙҙәрҙе ишетәм. — Ш аҡ ҡатырлыҡ бит — баҫыуҙағы бөтә эштә- ребеҙҙе шулар менән бер көн эсендә бөтөрөп ҡайттыҡ!
— Йә, һеҙ һаман яңылыҡтар яуҙыраһығыҙ, юлдан килгән кешегә ял итергә ирек бирер инегеҙ! — тип бүл дерә атайым, көнләшкәнен белдереберәк.
— Ысындан да, ял итегеҙ, Любовь Тимофеевна, беҙ башҡа ваҡытта инербеҙ, — ти кемдер, уңайһыҙланЫп.
Яңылыҡтар шаҡ ҡатырырлыҡ булһалар ҙа, дөрөҫөн әйт кәндә, мин уларҙы насар тыңлайым. Мине түҙемһеҙлек ыҙалай: балаларым ҡайҙа һуң? Улар ҡайҙа булғандар?
Мин тәҙрә алдындағы баҡсаға сығам. Унда һәр бер япраҡ, һәр бер ботаҡ ара-тирә тертләп ҡуя һәм күптән түгел яуған ямғырҙың һуңлаған тамсыларын ҡоя. Тор ған урынымда тирә-яғыма ҡаранып, үткәндәгеләрҙе иҫкә төшөрәм...
Беҙҙең иҫке өйөбөҙ 1917 йылда янып китте, ә быны һы, яңыһы, бөтә ауылда иң матур өй иҫәпләнә. Ул, таҡ та менән көпләнеп, ҡараһыу-сейә төҫлө буяу менән бу ялған, тәҙрәләре һәм бейек күтәрмәһе семәрлән биҙәлгән. Ул ҡалҡыу урынға һалынған, һәм уның бейек күтәрмәһе теүәл ун баҫҡыстан тора. Тәҙрә алдындағы баҡса һуңғы йылдарҙа бик ныҡ ҡуйырын киткәнлектән, өйҙөң бер аҙ уңа төшкән стеналары акация һәм сирень ҡыуаҡтары үтә саҡ күренә. Өйҙөң ҡабырға яҡтарында минең һөйөк лө аҡ тирәктәрем менән ҡайыным тағы ла ҙурыраҡ будып үҫкәндәр. Хәҙер улар, ямғыр һыуы менән тап-таҙа итеп йыуынып алғандан һуң, бик ҡупшы булын күренәләр.
39