раһында һөйләргә тура килер ине. Ләкин тормош беҙҙе был һүҙгә кире ҡайтырға мәжбүр итте.
Был 1929 йылда булды. Беҙҙең районда кулактар ете ауыл коммунисын үлтергәндәр. Был туралағы хәбәр Шит- кинола бик тиҙ таралды.
Был ете коммунисты ерләргә алып барғанда, мин кү тәрмәлә тора инем. Арттан, «һеҙ ҡаплы көрәштә һәләк булдығыҙ» тигән матәм маршын талғын һәм ҡайғылы уй нап, оркестр бара. Ә оркестр артынан, тотош ташҡын бу лып, халыҡ ағыла, һәм һәр кемдең й ө ҙ ө н д ә — ҡайғы ме нән нәфрәт.
Мин, ҡапыл ихтыярһыҙҙан боролоп, үҙебеҙҙең тәҙрәгә ҡараным. Зояның ағарынған йөҙә быялаға терәлгән. Ул ’ҡурҡҡан күҙҙәре менән урамға ҡарай. Бер секундтан ул, күтәрмәгә йүгереп сығып, ҡулымдан алды ла,. миңә бик ныҡ һырығып, күмеү процессияһына бик оҙаҡ ҡарап торҙо. ^ „ — Уларҙы ни осон үлтергәндәр? Кемдәр һуң улар ку лактар? һин коммунисмы? Ә атайым? һеҙҙе лә үлтермәҫ тәрме? Үлтергән кешеләрҙе тапҡандармы?
Зоя ғына -лүгел, бәләкәс Шура ла шундай уҡ һорау ҙарҙы өҙлөкһөҙ яуҙыра. Ете коммунисты күмеү- беҙҙең хә терҙә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы.
...Тағы бер онотолмаҫ иҫтәлек.
Шиткино ауылы клубында йыш ҡына кинофильмдар күрһәтәләр, һәм мин Зоя менән Ш ураны ваҡыт-ваҡыт унда алып барғылай инем. Ләкин мине лә, балаларҙы ла клубҡа тартҡан нәмә картиналар түгел ине.
һәр ваҡыт, клуб залына халыҡ килеп тулғас, кем дә булһа берәү һуҙьнң «а» өнөнә баҫым яһап: — Йырлайбыҙмы? — тип һорай.
һәм һәр ваҡыт бер нисә тауыш бер юлы: — Йырлайбыҙ! — тип яуап бирә.
Күпселектә боронғо Себер йырҙарын һәм граждандар һуғышы ваҡытындағы йырҙарҙы, ғәжәп матур итеп, рух ланып һәм дәртләнеп йырлайҙар. Был моңло, киң, иркен көйҙәр алыҫта ҡалған көндәрҙе иҫкә төшөрәләр, дәһшәтле ваҡиғаларҙы, батыр, ҡыйыу кешеләрҙе күҙ алдына кил тереп баҫтыралар. Тауыштары тәрәп һәм көслө.. Ҙур, берҙәм хор өҫтөндә юғары йәш тенор яңғырай йәки ҡе үәтле, ҡалын, ысын мәғәнәһендә тайга басы тулҡынла нып тарала, һәм йөрәк тобопән сыҡҡан был тауыштарҙы тыңлағанда, ҡайһы берҙә хатта күҙҙәргә йәш килә ине.
36