Космодемьянская Л.Т. Зоя менән Шура тураһында повесть. - Өфө, 1984. - 240 бит. Страница 28.

Гостиницаға ҡайттым да, улымды күтәреп, тағы ла урамға сыҡтым — бүлмәлә ултырырға көсөм етмәне.

Беҙ уның менән шулай ярты сәғәт самаһы торҙоҡ. Шу­ ра ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе: — Атай! Зоя!

Мин уларға ҡаршы йүгерҙем. Зоя бөтөнләй ҡыҙарын­ ған, үҙе уңайһыҙланып һәм ҡурҡыңҡырап ҡарай. Ҡулын­ да ниндәйҙер ҡара төйөр.

Бер нәмә лә булманы, беҙ бит бынан биш кенә минут элек айырылышҡайныҡ, тигәндәй тауыш менән: — Бына, — тине ул. — Был һағыҙ. Тик ул бер ҙә тәм­ ле түгел.

Ул ысынлап та баҙарға барған, унда һағыҙ һатып ал­ ған һәм, гостиницаға ҡайтырға сыҡҡас, аҙашҡан, ә юл һораша белмәгән. Тоҫмаллап, бөтөнләй кире яҡҡа кит­ кән дә барған, саҡ-саҡ урманға барып етмәгән. Был ваҡыт уны ниндәйҙер бер ҡатын («үҙе дәү, башына яулыҡ бәй­ ләгән») күргән дә милицияға илтеп тапшырған. Зоя унда, ҡунаҡ кеүек, өҫтәл янына ултырып сәй эсә һәм етди төҫ менән: исемең нисек, ҡайҙан һәм кем менән килдең, ата­ йыңдың, әсәйеңдең, ҡустыңдың исеме нисек, тигән һорау­ ҙарға яуап бирә. Ул үҙенең ҡустыһы янына тиҙерәк ҡай­ тырға тейешлеге, сөнки ҡустыһының әле бәләкәс булыуы тураһында милицияға килеп ингәс тә аңлатып биргән.

— һуң нисек һин ҡустыңды яңғыҙын ҡалдырып кит­ тең? — тинем мин уға шелтә менән. — һин бит инде ҙур үҫкәнһең, һин өлкәнерәкһең, беҙ һиңә ышанғайныҡ...

Зоя атаһы эргәһендә тора һәм, яҡшыраҡ күрер өсөн башын күтәреберәк, бер миңә, бер атаһына ҡарай.

— Мин шунда уҡ ҡайтырмын, тигәйнем. Осиновый Гайҙағы кеүек, бөтәһен дә бер юлы табырмын, тип уйла­ ғайным. һи н миңә асыуланма, мин башҡаса улай эшлә­ мәм.

— Ярар, — тине Анатолий Петрович, йылмайыуын йә­ шереп. — Бер юлға кисерергә була, ләкин бынан һуң һо­ рауһыҙ бер ергә лә китәһе булма! Әсәйеңде нисек ҡур­ ҡытҡаныңды күрәһеңме?

СЕБЕРҘӘ Ш иткинола беҙҙең өйөбөҙ бейек яр башында тора, ә аҫта киң, шәп ағымлы йылға аға ине. Ҡ араһаң — башың әйләнә, һәм үҙең дә ҡайҙалыр йөҙәһең кеүек тойола. Ә эр­ гәлә, бер нисә генә аҙымда, урман. Ниндәй һоҡланғыс ур­
Закрыть