Космодемьянская Л.Т. Зоя менән Шура тураһында повесть. - Өфө, 1984. - 240 бит. Страница 27.

ләр, оҙаҡ юлдың тынғыһыҙ һәм дәртле йырҙарын — вагон аҫтында тәгәрмәстәрҙең өҙлөкһөҙ һөйләшеүҙәрен ишетте­ ләр. Тәҙрәнән ауылдар, болондарҙа йөрөгән мал көтөүҙә­ ре, йылғалар һәм урмандар күренеп ҡала, киң далалар артҡа ағыла.

Беҙҙең сәйәхәтебеҙ бер аҙнаға һуҙылды, был ваҡыт эсендә беҙ балаларҙың: «Ә был нимә? Ә быныһы ниңә? Ни­ лектән? Ни өсөн?» тигән һорауҙарына яуап биреп өлгөрә алмай инек. Юлда, ғәҙәттә, һәйбәт йоҡлана, ләкин күргән нәмәләр балаларға шул тиклем ныҡ тәҫьир итә, уларҙы көндөҙ көсләп тә ятҡырып булмай ине. Ш улай ҙа Шура кискә табан арый һәм башҡаларға ҡарағанда тиҙерәк йоҡ­ лап китә, ә бына Зояны хатта кис тә тәҙрәнән айырып булмай. Быяланы күк ҡараңғылыҡ тотош ҡаплап алған­ дан һуң ғына ул беҙгә әйләнә лә көрһөнөп: — Хәҙер инде бер нәмә лә күренмәй... бары уттар ғы­ на... — ти үкенгән төҫ менән һәм аҙаҡ ятырға риза була ине.

Етенсе көн тигәндә, беҙ Енисей округының Канек ҡа­ лаһына килеп төштөк. Ҡала бәләкәй, бер ҡатлы ағас өй­ ҙәр, тротуарҙары ла ағас. Балаларҙы гостиницаға илтеп ҡуйҙыҡ та үҙебеҙ, бер мәктәптә икәү бергә уҡытыу өсөн ауыл һайлау ниәте менән, халыҡ мәғарифы бүлегенә барҙыҡ. Беҙҙе Шиткино тигән ауылға ебәрергә булдылар, һәм беҙ, ваҡыт әрәм итмәйенсә, шунда уҡ юлға сығырға булдыҡ. Ошо уй менән гостиницаға ҡайтһаҡ, ни күҙебеҙ менән күрәйек: Ш ура иҙәндә шаҡмаҡтарҙан ниҙер яһап ултыра, ә Зоя юҡ.

— Зоя ҡайҙа, Шурик?

— Ә Зоя әйтте: «һин ошонда ултырып тор, ә мин, ба­ ҙарға барып, һағыҙ алып ҡайтам. Бында бөтәһе лә һағыҙ сәйнәйҙәр», — тине.

Минең ҡотом осто, һәм шунда уҡ урамға ташландым. Ҡ ала бәләкәй, урман ана ғына тора — әгәр бала шунда барып инһә, ни булыр?!

Үҙ-үҙебеҙҙе онотоп, Анатолий Петрович менән урам­ дан урамға йөрөп, бөтә ишек алдарын ҡараныҡ, осраған бер кешенән һораныҡ, баҙарҙа ла булдыҡ... Зоя бер ерҙә лә юҡ ине.

— Бына нәмә, — тине Анатолий Петрович аҙаҡ, — һин гостиницаға ҡайт та унда мине көтөп ултыр. Мин инде, Ш ураға ла берәй нәмә булмағайы, тип ҡурҡам. Ә мин милицияға барам.

27
Закрыть