көндәрҙә үҙҙәренең хаттары, ҡайғымды уртаҡлашыуҙары, үҙ йөрәктәренең йылыһы менән миңә ярҙам иткән кеше ләргә ысын йөрәктән рәхмәт әйтергә теләй инем. Миңә ки леп, ныҡышмалы рәүештә: «һеҙгә беҙҙең заводҡа һис шик һеҙ барырға кәрәк, һ еҙ беҙҙең комсомолецтар менән һөй ләшергә тейеш һегеҙ»,— тигән кешеләрҙең бөтәһенә лә рәхмәт әйтергә теләй инем.
Мин беләм: кеше бик ауыр хәлгә ҡалғанда, уны тик бер генә нәмә — үҙенең кешеләргә кәрәк булыуын, үҙенең тормошо файҙаһыҙ булмауын аңлау гына ҡотҡара ала. Өҫтәмә түҙә алмаҫлыҡ бәхетһеҙлек ябырылғас, улар ми нең Ш ураға ғына түгел, бик күп, бик күп кешеләргә кә рәк булыуымды аңларға һәм ышанырға ярҙам иттеләр. Улым киткәндән һуң, улар миңә яңғыҙ ҡалырға ирек бир мәнеләр — был минең өсөн бик ҡыйын булды, ләкин был мине ҡотҡарҙы: мин кәрәк инем.
Бөтә ерҙә эш күп ине, был эш — һөйөүсе ҡулдарҙы, һө йә торған йөрәкте талап итә ине: һуғыш күп-күп балалар ҙы йортһоҙ, ғаиләһеҙ ҡалдырҙы. Беҙҙең илдә бөтөнләй ти ерлек онотолған «етем» һүҙе аяуһыҙ һәм талапсан рә үештә тағы үҙен иҫкә төшөрттө. Ата-әсәләрен һуғыш тар тып алған балалар үҙҙәрен етем, яңғыҙ итеп тоймаҫлыҡ итергә кәрәк ине. Уларға ата-әсә усағының йылыһын, ғаи лә мөхәббәтен һәм йылыһын ҡайтарырға кәрәк ине.
Мин эшләй башланым.
Яҡшы, ысындан да уңайлы балалар йорттарын мөмкин тиклем күберәк ойошторорға, аҡыллы, һөйөүсе, ысын тәр биәселәрҙе мөмкин тиклем күберәк табын, эшкә ылыҡты рырға кәрәк ине. Балаларға кейем-һалым, аяҡ кейемдәре, аҙыҡ кәрәк ине һәм, уларҙан да бигерәк — балаларға, бәл ки, мөхәббәт, йөрәк йылыһы кәрәк булғандыр. Балалар йорттары бөтә ерҙә — бөтә ҡалаларҙа, заводтар эргәһендә, колхоздарҙа асыла башланы, һуғыш та үлгәндәрҙең бала лары өсөн һәр кемдең ни ҙә булһа эшләгеһе килә ине.
Был әштә ҡатнаша алыуым үҙем өсөн дә бик мөһим ине.
Ул саҡта миңә бик күп йөрөргә тура килде: мин Там- бовта, Рязандә, Курскиҙа, Ивановала, унан һуң Белорус- сияла һәм Украинала, Алтайҙа, Томскиҙа, Новосибирски- ҙа булдым, һәр ерҙә — ҡул теймәгән эш, һәр ерҙә — етем ҡалған балалар: уларға яңы ғаиләлә йәки балалар йортон да урын табырға кәрәк ине. Мине бөтә ерҙә лә ышаныс һәм йылылыҡ менән тулған күҙҙәр ҡаршы алалар ине. һәм мин үҙ халҡымдан ҡыйыу, сыҙамлы булырға өйрән дем.
228