Космодемьянская Л.Т. Зоя менән Шура тураһында повесть. - Өфө, 1984. - 240 бит. Страница 213.

менән ҡайғыбыҙҙы еңеләйтергә тырыштылар. Былар беҙгә бик ҡәҙерле, беҙҙең өсөн ҙур таяныс булды.

Тәүге хатты алғандан һуң күп тә үтмәҫтән кемдер беҙҙең бүлмә ишеген ҡыйыуһыҙ ғына шаҡыны, һәм таныш булмаған бер ҡыҙ килеп инде. Ул оҙон буйлы, ябыҡ ҡына; уның ҡуңыр йөҙө, ҡыҫҡа итеп ҡырҡылған сәсе һәм ҙур — тик һоро түгел, ә зәңгәр күҙҙәре миңә Зояны хәтерләтте. Ул, уңайһыҙланып, минең алдымда баҫып тора һәм ҡул­ дары менән яулыгын ыуғылай.

— Мин хәрби заводтан килдем, — тине ул тотлоғобо- раҡ. Уның керпектәр аҫтынан ҡараған күҙҙәрендә ҡыйыу­ һыҙлыҡ беленә ине. — Мин... комсомолецтар... беҙ һеҙҙән бик үтенәбеҙ! Беҙҙең комсомол йыйылышына барып... сы­ ғыш яһауығыҙҙы һорайбыҙ! Беҙ бик, бик үтенәбеҙ һеҙҙән! Был һеҙгә бик'ауыр буласағын мин аңлайым, ләкин беҙ...

Мин уға, сығыш яһай алмайым, ләкин йыйылышҡа барырмын, тинем.

Икенсе көндө кис мин заводҡа киттем. Ул Мәскәү си­ тендә ине; завод тирәһендәге күп ҡаралтылар яртылаш емерелгән. Ҡыҙыл мөйөшкә оҙата барған ҡыҙ минең һүҙ­ һеҙ һорауыма, ҡыҫҡа ғына итеп: — Фугаска тошөп, янғын сыҡҡайны, — тип яуап бирҙе.

Беҙ ҡыҙыл мөйөшкә барып ингәндә, йыйылыш инде башланғайны. Мин күргән беренсе нәмә — Зояның миңә предизиум өҫтәле артындағы стенанан ҡарап торған йөҙә. Мин шым ғына бер ситкәрәк ултырҙым да тыңлай баш­ ланым.

Йәш кенә үҫмер егет һөйләй ине. Ул пландың инде икенсе ай үтәлмәүе тураһында асыуланып, ҡыҙып һөй­ ләне. Унан һуң трибунаға икенсеһе, өлкәнерәге, сыҡты. Быныһы* цехтарҙа тәжрибәле ҡулдарҙың көндән-көн әҙә- йеүе, бөтә ышаныс ремеслинниктарҙа булыуы тураһында һөйләне.

Урындан кемдер: Ә Һыуыҡ ниндәй!,— тип ҡысҡырҙы. — Цехтың мө­ гәрәптән артыҡ, ере юҡ. Ҡулдар металға йәбешеп туңа!

Мине ҡыҙыл мөйөшкә алып килгән ҡыҙ һүҙҙәр ишетел­ гән яҡҡа табан ҡырҡа әйләнде лә: — Оят түгелме һиңә! Намыҫыңа кил! — тип ҡыс­ ҡырҙы.

Үҙем дә көтмәгәндә урынымдан ҡуҙғалдым Да һүҙ һо­ раным. Мине тәпәш кенә трйбуна янына саҡырҙылар. Мин уға табан барған арала, портреттан Зояның күҙҙәре 213
Закрыть