Космодемьянская Л.Т. Зоя менән Шура тураһында повесть. - Өфө, 1984. - 240 бит. Страница 210.

ла өндәшмәй генә ҡулымды һыйпай. Ул киткән саҡтар­ ҙа мин үҙемде ташланған, ярҙамсыһыҙ итеп тоя инем. Ш ура ғаиләлә өлкән кешегә әйләнде.

Дәрестән һуң (мәктәптә уҡыуҙар башланғайны) ул шунда уҡ өйгә ҡайта ла, һауа тревогаһы булмаһа, уҡыр­ ға ултыра. Ләкин уҡығанда ла ул мине онотмай. Ул ҡай­ һы берҙә әкрен генә тауыш биреп ҡуя: — Әсәй!

— Әү, Шурик...

Ш унан һуң тағы ла уҡырға тотона. Ә ваҡыт-ваҡыт әй­ теп ҡуя: — һин йоҡламайһыңмы? Бына, әсәй, тыңла әле... нисек һәйбәт әйтелгән. — һәм ул үҙенә оҡшаған юлдарҙы миңә ҡысҡырып уҡый ине.

Бер ваҡыт, Крамскойҙың хаттарын уҡығанда, ул бы­ лай тине: — Ҡара әле, нисек дөрөҫ әйтелгән: «Художниктың иң ҡиммәтле сифаты — йөрәк», һәйбәт бит, ә? Мин шу­ лай аңлайым: күрә белеү менән генә сикләнмә — ул ғына аҙ, аңлай һәм тоя ла бел... Их, әсәй! — тине ул көслө та­ уыш менән. — һуғыш бөткәндән һуң нисек уҡыясағымды белһәң ине!..

— һин йоҡламайһыңмы? — тип һораны ул бер ва­ ҡыт. — Репродукторҙы тоташтырайыммы? Хәҙер унда музыка бара, буғай.

Мин эйәк ҡаҡтым, һәм ҡапыл Чайковскийҙың Бишен­ се симфонияһының вальс тауыштары бүлмәгә килеп тулды.

Ул көндәрҙә бөтә нәмә беҙҙең өсөн һынау булды, һәм был да беҙҙе һынау ине: Зоя Бишенсе симфонияны бик ныҡ ярата ине. Беҙ өндәшмәй генә тыңланыҡ, хатта ишет- тереберәк тын алырға ла ҡурҡтыҡ, музыка туҡталыр ҙа, тревога башланып, аҙағына тиклем тыңлай алмабыҙ, тип ҡурҡтыҡ...

Финал тауыштары тынғас, Ш ура тәрән ышаныс менән: — Бына күрерһең, Еңеү көнөндә Бишенсе симфония­ ның финалы уйналасаҡ, һин нисек уйлайһың? — тине.

...Көн артынан көндәр үтеп торҙо. Дошманды Мәскәү янынан алып ырғыттылар, ләкин ул әле ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтә ине. Ул, Украинаның, Белоруссияның ҙур өлө­ шөн баҫып алып, Ленинградты блокада балдағы менән быуҙы, Волгаға ынтылды. Ул үҙ юлындагы бөтә нәмәне яндыра һәм ҡыра барҙы. Ул беҙҙең кешеләрҙе ғазапланы, атты, аҫты, быуҙы. Йыртҡыслыҡ, ҡанһыҙлыҡ тураһында- 210
Закрыть