Космодемьянская Л.Т. Зоя менән Шура тураһында повесть. - Өфө, 1984. - 240 бит. Страница 20.

— Өләсәй, әйҙә шалҡан йолҡайыҡ! — тип үтенә тор­ ғайны, Бер-ике йыл үткәндән һуң, кемдер был әкиәтте уның ғәҙәттәге һүҙҙәре менән: «Олатай шалҡан ултыртты»... — тип һөйләй башлағас, балалар икеһе лә дәррәү ҡаршы төштөләр: — Юҡ, өләсәй ултыртты! Олатай түгел, өләсәй!

...Минең әсәйем бөтә ғүмере буйына таңдан таңға тик­ лем эшләне. Бөтә хужалыҡ — өй, баҫыу эштәре, алты ба­ ла — уның ҡулында булды: бөтәһен дә кейендерергә, йы­ уындырырға, ашатырға, өҫтәрен ямарға кәрәк ине, һәм әсәйем үҙ-үҙен аямайынса бил бөктө. Беҙгә, балаларына, ә һуңынан ейәндәренә ҡарата ул һәр ваҡыт тыныс хо­ лоҡло, яғымлы булды. Ул: «Ҡарттарҙы хөрмәтләгеҙ», — тип кенә әйтмәйенсә, үҙенең фекере балаларға аңлайышлы булырлыҡ итеп, уларҙың алдына, күңеленә барып етерлек итеп әйтә торғайны. «Бына беҙ был өйҙә торабыҙ, — ти ине ул Зоя менән Ш ураға, — уны ҡарттар һалған. Петрович беҙгә ана ниндәй яҡшы мейес сығарып бирҙе! Петрович — аҡыллы, алтын ҡуллы ҡарт ул». Әсәйем бик кешелекле кеше ине. Мин бала саҡта уҡ әле, берәй юлаусыны күр­ һә, — ул заманда йорт-ерһеҙ кешеләр күп йөрөй торғай­ ны, — уны һәр ваҡыт өйгә саҡырып индерә, ашата, эсерә, ниндәй ҙә булһа берәй иҫке кейем-маҙар бирә ине.

Бер ваҡыт атайым, һандыҡты асып, бик оҙаҡ аҡта­ рынғас: — Әсәһе, ҡайҙа булған һуң минең зәңгәр күлдәк? — тип һораны.

— Асыуланма, атаһы, — тине әсәйем, уңайһыҙла­ нып. — Мин уны Степанычҡа бирҙем. (Степаныч япа-яң­ ғыҙ, ауырыу, ҡараусыһыҙ ҡарт булғанлыҡтан, әсәйем уға барып йөрөп, ҡулынан килгән тиклем ярҙам итә ине).

Атайым тик ҡул ғына һелтәне.

Хәҙер, оҙон-оҙаҡ йылдар үткәндән һуң, мин әсәйем- дең ни тиклем сыҙамлы һәм сабыр, рухы менән ниндәй көслө кеше булғанлыгын йыш ҡына иҫемә төшөрәм.

Бер ваҡыт шундай хәл булды — беҙҙең һыйырҙы ур­ ланылар. Крәҫтиән ғаиләһе өсөн һыйырһыҙ ҡалыу ниндәй ҙур ҡайғы булыуын һәр кем белә. Ләкин әсәйем саҡ ҡына ла зарланманы, бер генә тамсы ла күҙ йәше сығарманы. Икенсе бер йылды, хәтеремдә, янғын сығып, беҙҙең бөтә нәмәбеҙ янып бөттө. Атайымды был хәл бөтөнләй бөктө. Ул, ҡулдарын һалындырып һәм өмөтһөҙ ҡарашын ергә текләп, ауған ағас өҫтөндә ултыра.

20
Закрыть